Алһыу Сафина Башҡортостанға ҡайтҡан!
Балалары Сафина, Микелла һәм Рафаэль менән бергәләп, йырсы Алһыу Сафина Илеш районының Уяндыҡ ауылына ялға ҡайтҡан.
"Бында минең атайым тыуған, бында минең бала сағым уҙҙы, был изге ерҙә минең олатайым, өләсәйем, яҡын туғандарым күмелгән," — тип яҙа ул социаль селтәрҙәрендә.
Бала сағында Уяндыҡтың ябай ғына ярлы ауыл булыуын әйтә. Атаһы күрше Андреевка ауылындағы мәктәпте тамамлаған, 5 саҡырым йәйәү йөрөп уҡыған. 15 йәштә бер тоҡ бәрәңге менән Өфөгә нефть институтына уҡырға керергә китә...
"Күп йылдар үткәс, мөмкинлек барлыҡҡа килеү менән, бында минең өләсәйем исемен йөрөткән, "Хәлиҙә" мәсетен төҙөткән. Юлға асфальт йәйҙергән, кешеләргә кирбес йорттар һалырға ярҙам иткән, эш урындары булдырған, Андреевкалағы сиркәүҙе тергеҙгән, ҙур, матур мәктәп төҙөткән, дауахананы ремонтлатҡан", — тип ғорурлана Алһыу.