Йәшәү девизы – "Тырышҡан ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан".
Яратҡан миҙгеле – һәр миҙгелдең үҙ матурлығы – барыһын да яратам.
Ғаилә хәле – өйләнгән. Ҡатыны Ирина менән Айҙар исемле ул тәрбиәләй.
– Иҙел, тәү башлап сәхнәгә нисә йәшеңдә сыҡтың?
– Тәү тапҡыр сәхнәгә балалар баҡсаһына йөрөгәндә сыҡтым. Шул мәлдән сәхнә тормошо оҡшап китте.
– Ҡайһы композиторҙарҙың ижады күңелеңә яҡын? Бөйөк классиктарҙан кемдәр оҡшай?
– Мин автор-башҡарыусы булараҡ күпселек үҙем ижад иткән йырҙарҙы башҡарам. Профессиональ музыкант булыуым Моцарт, Бах кеүек шәхестәрҙең дә әҫәрҙәрен күп үҙләштерергә тура килде.
– Ҡаҙаныштарың, яулаған уңыштарың тураһында ни әйтерһең?
– 2006 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһында үткәрелгән йәш музыканттар республика конкурсында 3 урын; 2007 йылда Ҡазанда иң яҡшы аккомпаниатор исеме алып ҡыуандым; 2008 йылды Өфөлә уҙғарылған Халыҡ-ара музыканттар конкурсында 1 урын; 2008 йылда “Гәлсәр һандуғас” телевизион фестивале лауреаты.
– Ир-егеттәр, ҡатын-ҡыҙҙар характерында күберәк ниндәй сифаттар оҡшай?
– Ир-егет донъя тотҡаһы, ғаиләһенә ныҡлы терәк, юл ярып алдан барыусы, ә ҡатын-ҡыҙ тыйнаҡ, донъя йәме, ғаилә усағын һаҡлаусы булғанда тормош матурҙыр.
– Киләсәккә ниндәй маҡсаттар менән йәшәйһең?
– Үҙ ижадымды артабан үҫтереү, ғаиләм менән матур тормош көтөп, алға атлау.
– Холҡоңда ниндәй ыңғай һәм кире сифаттар бар?
– Холҡом уртасалыр тип уйлайым.Нимәлер оҡшамаһа тураһын әйтә һалмайым, ләкин баш тартыуым да бар. Ә күңелгә ятҡан нәмәне хупларға тырышам. Кире сифаттарҙы булдырмаҫҡа тырышам.
– "Аманат"журналы уҡыусыларына ниндәй теләктәреңде әйтерһең?
– Журнал уҡыусыларға уңыштар, уй-хыялдары, маҡсаттары тормошҡа ашыуын теләйем. Һәр ваҡыт алға ынтылһындар!