-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Башҡорт йырсыһы Элвин Грей үҙенең игеҙәген осратҡан

Башҡорт йырсыһы Элвин Грей (Радик Юлъяҡшин) шәхси блогында үҙенең игеҙәген осратыуы хаҡында хәбәр иткән.

Башҡорт йырсыһы Элвин Грей үҙенең игеҙәген осратҡан
Башҡорт йырсыһы Элвин Грей үҙенең игеҙәген осратҡан

Башҡорт йырсыһы Элвин Грей (Радик Юлъяҡшин) шәхси блогында үҙенең игеҙәген осратыуы хаҡында хәбәр иткән. Яр Саллы ҡалаһында сығыш яһарға бер нисә минут ҡалғас, уның грим бүлмәһенә көтөлмәгән ҡунаҡ килеп ингән. Ләкин игеҙәге ҙур ҡурсаҡ булған икән.

«Сәхнәгә сығырға биш минут ҡалды тигәндә мине Элвин Грей йәки Радик Юлъяҡшин үҙе ҡаршы алды», – ти музыкант.

Йырсы әйтеүенсә, хәҙер Яр Саллыла уның ижад юлының 20 йыллығы уңайынан музей бар. Юлъяҡшиндың сәхнә костюмдары, төрлө наградалары, иҫтәлекле бүләктәре һәм уның ижадын һөйөүселәрҙән бүләктәр шунда һаҡлана.

«Концерттарҙа алған бүләктәрегеҙ ҡайҙа һаҡлана?» тип йыш һорайһығыҙ. Беҙ уларҙы ҡәҙерләп йыйып барҙыҡ, хәҙер улар үҙ йортон тапты һәм беҙҙең музейҙы биҙәй. Ошо осорҙа бик күп бүләктәр йыйылды, уларҙың һәр береһе минең өсөн бик ҡәҙерле!», - тип яҙған Элвин Грей.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2024-03-18/bashkirskiy-pevets-elvin-grey-vstretil-svoego-dvoynika-3690639

Автор:Ләйсән Закирова

Автор:"Башинформ"
Читайте нас: