Башҡорт һәм татар эстрадаһы йондоҙҙары Әлиә һәм Ришат Төхвәтуллиндар улдарына исем ҡушҡан. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, сабый 10 апрелдә — Ураҙа байрамында тыуған.
Йырсы социаль селтәрҙә хәбәр итеүенсә, ҡатыны менән кәңәшләшкәндән һуң улар Әлим исемен һайлаған.
«Әлим, Ғалим — ғәрәп теленән ингән ир-ат исеме, — тип һөйләгән Ришат Төхвәтуллин «Яр Саллы яңылыҡтары» баҫмаһына. — Тәржемә иткәндә «бар нәмәне белеүсе», «белемле», «ғалим» тигәнде аңлата».
Хәтерегҙгә төшөрәбеҙ, йәштәр 2023 йылда өйләнеште. Апрелдә ғашиҡтар никах уҡытты, ә июнь айында гөрләтеп туй үткәрҙе. Ришат Төхвәтуллин Туймазы районының Ҡарамалы-Ғөбәй ауылында тыуып үҫкән, Өфө сәнғәт институтын тамамлаған. Әлиә Ҡарасурина Дүртөйлө районының Шишмә ауылында тыуған, Ҡазан мәҙәниәт һәм сәнғәт университетында уҡыған. Ришат менән бер коллективта эшләй, йәштәр дуэт менән йырлай.