+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Тыуған көнөң менән, Радик!

Бөгөн билдәле йырсы Радик Юлъяҡшиндың (Элвин Грей) тыуған көнө. Уға 35 йыш тулды.

Тыуған көнөң менән, Радик!
Тыуған көнөң менән, Радик!

Бөгөн билдәле йырсы Радик Юлъяҡшиндың (Элвин Грей) тыуған көнө. Уға 35 йыш тулды.

Ғүмереңде тиңлә сәскәләргә,
Ҡәҙерен бел, ул бит бер генә!
Матур тормош, оҙон ғүмер һиңә,
Бәхетле бул, ғүмер ғүмергә!

Радик Мөхәрләм улы Юлъяҡшин 1989 йылдың 17 майында Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә эшсе ғаиләһендә икенсе бала (унан ике йәшкә олораҡ апаһы бар) булып тыуған. Черниковкала урынлашҡан 48-се башҡорт лицейында уҡыған. Радик бала саҡтан баянда һәм ҡурайҙа уйнарға өйрәнә. 2006 йылда үҙенең «Самый шулай» тигән тәүге йыр альбомын сығара. 2007 йылда икенсе альбомы сыға, бында ул йырҙар авторы ла, башҡарыусы ла, тауыш продюсеры ла була. Мәскәү дәүләт педагогия университетын тамамлаған. 2011 йылдан алып Радик Мәскәү ҡалаһында йәшәй һәм «Elvin Grey» псевдонимы менән сәхнәләргә сыға. «ELVIN GREY» продюсер үҙәгенең сопродюсеры булып тора. 2017 йылдың июлендә Радик Юлъяҡшин «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. 2018 йылдың 2 ноябрендә «Татар-Информ» мәғлүмәт агентлығында үткән пресс-конференцияһында үҙенең башҡорт булыуын рәсми раҫланы: "Мин Башҡортостанда тыуҙым, телем башҡорт, рухым башҡорт".

2020 йылдың 5 октябрендә Радик Юлъяҡшин Башҡортостан Республикаһы Башлығының мәҙәниәтте һәм йәштәр сәйәсәтен үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе итеп тәғәйенләнде. Музыка сәнғәтен үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн 2022 йылдың 26 апрелендә йырсыға «Татарстан Республикаһының атҡаҙанған артисы» тигән маҡтаулы исем бирелде.

"Аманат" журналы менән дә яҡын дуҫ. Видео:

Автор:"Аманат" журналы
Читайте нас: