-Ҡайһы ауылданһың?
-Мәҡсүттәнмен.
- Әәә, теге Фәрит Бикбулатов, Гөлсөм Бикбулатова ауылынанмы?
Фәрит Бикбулатов, Гөлсөм Бикбулатова - тыуған ауылыбыҙҙың визит карточкаһы...
Мәҡсүтебеҙҙең ҺАНДУҒАСЫ моңонда ожмах ояһындай тыуған ауылыбыҙҙың хозур тәбиғәтенең һоҡланып туймаҫ матурлығы,борғаланып-борғаланып аҡҡан Йылайыры йыры, сылтырап аҡҡан эсеп туйғыһығыҙ һыулы шишмәләре моңо, ҡоштар һайрауы, йәмле яландарының күҙҙең яуын алып ултырған сәскәләре йылмайыуы сағыла. Аллаһы Тәғәлебеҙ бүләк иткән моң эйәһен бар донъя ишетеү бәхетенә эйә. Был моң беҙҙе уйландыра, һағышландыра, шатландыра, хисләндерә, сафландыра, илата ла, таҙарта ла. Бына бит, ниндәй ҡыҙыҡайыбыҙ бар беҙҙең.
Гөлсөм һеңлекәш, күркәм юбилейың менән ихлас күңелдән ҡотлайым.Тормошоң ошо йәмле йәйҙәрҙәй матур мәлдәрҙән генә туҡылһын, күңел баҡсаларыңда һәр ваҡыт һандуғас һайраһын, гөлдәр сәскә атһын, моң шишмәләрең тәрәнерәк һәм шифалыраҡ була барһын. Ғәзиздәрең, кейәүебеҙ, балаҡайҙарың менән бергә именлектә-һаулыҡта, бәрәкәттә, мулллыҡта оҙоооон ғүмер кисерегеҙ. Ҡатын-ҡыҙ бәхете һиңә, Гөлсөм һылыу. Беҙ һине яратабыҙ, ғорурланабыҙ.