Элвин Грей (Радик Юльякшин) дауаханала ята икән. Был хаҡта Башҡортостандың халыҡ артисы үҙенең телеграм-каналында хәбәр итте.
Видеороликта артист бер аҙ һалҡын тейеүе, биҙҙәренең шешеүе хаҡында әйтә. Әммә ысынында ул үҙ алдына тулыһынса тикшереүҙе глобаль маҡсат итеп ҡуя.
- Мин тулы тикшереү үтергә, бөтә анализдарҙы тапшырырға булдым. Бына мин палатала ултырам, ашаттылар, ЭКГ яһанылар. Ни тиһәң дә, йыл һайын тикшерелеп, баштан аяҡҡа тиклем анализдар тапшырырға ҡарар иттем, - тип уртаҡлашты артист.
Һуңғы ваҡытта Элвин Грей барыбыҙға ла һаулығыбыҙға иғтибарлы булырға кәңәш итә. "Был иң мөһиме!" - тип иҫкә төшөрҙө артист.
Фото: архив ИА «Башинформ»