+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
"Аманат" йондоҙлоғо
26 Октябрь , 15:20

Себештәрҙе мәңгегә йоҡлаттым

Бәләкәй сағымда, Моҡас ауылында йәшәгәндә әсәйем бер заман өйрәк алып ҡайтты. Егерме,утыҙ тирәһе булғандыр.  

Себештәрҙе мәңгегә йоҡлаттым
Себештәрҙе мәңгегә йоҡлаттым

Популяр йырсы Айгөл Шаһманованың мажаралы бала сағы.

Бәләкәй сағымда, Моҡас ауылында йәшәгәндә әсәйем бер заман өйрәк алып ҡайтты. Егерме,утыҙ тирәһе булғандыр.

Бер көндө әсәйем себештәрҙе миңә ҡарарға ҡушып ҡуйҙы. "Һин, ҡыҙым, ҡарап тор, беҙ өләсәйең менән сәй эсеп алабыҙ” – тип, өйгә инеп киттеләр. Кис етеү менән, морондарын үҙҙәренең ҡанат аҫтына тығып, себештәрҙең йоҡлағанын күреп, мин дә йоҡлатам тип уйлап, баштарын бороп-бороп, тупһаға бер юлы теҙеп һалғанмын. Шунан өйгә индем, әсәйем аптырап миңә ҡарап: “Ниңә индең? һиңә бәпкәләрҙе ҡарарға ҡуштыҡ бит” – тип һорай.

– “Мин уларҙы барыһын да йоҡлаттым” – тип әйтәм икән. Улар аптырашып, йүгерешеп тышҡа сыҡты. Ә тупһала минең өйрәктәрем мәңгелек йоҡоға талған ине. Ошо ваҡиға минең ғүмерлеккә хәтеремдә ҡалды.

фото: pikabu.ru

Автор:Айгөл ШАҺМАНОВА
Автор:
Читайте нас: