Һигеҙенсе синыф. Йыр дәресенән мин икелегә уҡыным. Сөнки шул хәтлем йырларға ояла инем. Беҙҙең уҡытыусы Ғәлиә Ғәйфулла ҡыҙы: “Йырлай белмәйһегеҙ” – тип әрләй торғайны.
Нишләптер үҙе гел мине йырларға сығара ине, ә мин сығам да шымып тик торам. Ғәлиә апай үҙе матур йырлай, ул бит инде беҙгә өйрәтергә тырыша. Беҙ әхирәтем Гөлсинә исемле ҡыҙ менән, бер партала ултырып, башҡалар йырлаһа, көлөшөп, шаяра инек. Ә икәү бергә йырлаһаҡ, шул тиклем йыр матур килеп сыҡҡан һымаҡ тойола. Әхирәтем гармунда ла уйнай ине. Шулай бер заман, дәрес бөткәс, бөтәһе лә таралышҡас, икәү ҡалып, йырларға булып киттек. Синыфташ ҡыҙым гармунда өҙҙөрә, эй моңланып йырлайбыҙ, береһе бөтһә, икенсеһен башлайбыҙ. Йыр дәфтәрен алдыбыҙға һалып алғанбыҙ, бер-ике сәғәт туҡтамай моңландыҡ. Шунан бер заман ишек “шаап” итеп ябылды. Тертләп, туҡтаныҡ та ипләп кенә барып ҡараһаҡ, Ғәлиә апайыбыҙ, күҙҙәренә йәш алып, беҙҙе ситтән тыңлап торған булған. Ни әйтергә белмәй, бер-беребеҙгә ҡарап, шаҡ ҡаттыҡ.
Ғәлиә апай: “Бына бит, ҡандай матур, моңло йырлайһығыҙ, илаттығыҙ хатта. Ошонан һуң, бөтөн концерттарҙа, Айгөл, һин башлап йырлаясаҡһың” – тине лә сығып китте.
Ысынлап та шулай булды: бер байрам, тамаша минһеҙ үтмәне. Һәм ғүмерем буйы йыр-моңдан айырылғаным юҡ. Яҙмыш елдәре ҡайҙа ғына ташламаһын, йыуанысым да, ҡыуанысым да йыр булды.
Айгөл ШАҺМАНОВА