Атаһы менән әсәһе — ғүмерҙәрен сәнғәткә бағышлаған кешеләр. Атаһы — йырсы. Баянда оҫта уйнай. Әсәһе төрлө сценарийҙар, мәҡәләләр, монологтар яҙа, интернетта халыҡ өсөн асыҡ сәхифә алып бара.
Йырлы-моңло, ишле ғаиләлә үҫһә лә Фәһим баштараҡ, музыкаға әллә ни иғтибар итмәй. Үҫмер егет сәхнәгә лә тәүге тапҡыр 14 йәшендә генә сыға. Ошо мәлдән башлана ла инде уның сәнғәткә булған һөйөүе.
Мәктәптә үткән байрам сараларына һәр синыф бер нисә номер әҙерләй. Унда ҡатнашыу өсөн уҡытыусылар һәләтле балаларҙы йәлеп итә. Үҫмер саҡ. Ҡайһы берҙә сәхнәгә сығыу түгел, кеше алдында ауыҙ асып, һүҙ әйтергә оялдыра. Шуға ла күп тиҫтерҙәренең сығыш яһарға теләге юҡ.
Һәр ваҡыт сәхнәгә ынтылып торған егет: “Мин улар өсөн сығыш яһаһам буламы?” — тип, уҡытыусыларына үҙенең кандидатураһын тәҡдим итә. Йәнәһе, үҙе лә сәхнәлә күберәк була, уҡыусы тиҫтерҙәре лә ҡәнәғәт ҡалыр, тип уйлай ул. Шулай ҙа синыфтары бик әүҙем, ойошҡан булғас, барыһы ла дәррәү сәхнәгә күтәрелә.
Мәктәптә, ауыл мәҙәниәт йортонда үткән байрамдарҙа моңло тауышлы егеттең сығышын халыҡ һәр саҡ көтөп ала, алҡыштарға күмеп, оҙатып ҡала.
9-сы синыфты тамамлағас та, Сибай сәнғәт колледжының этнохудожество бүлегенә уҡырға инә. Эпос, ҡобайырҙар өйрәнә. Шул мәлдәрҙә ул үҙендә шиғыр яҙыуға маһирлыҡ тоя. Ижад итә башлай. Колледждың фольклор коллективы үҙенең репертуарына Фәһим Әхмәровтың “Ҡарға бутҡаһы” исемле йырын индерә һәм әле лә яратып башҡара.
Әрме сафында хеҙмәт итеп ҡайтҡас та егет Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институтына уҡырға инә. Әлеге мәлдә ул этномузыка бүлегенең 3-сө курсында уңышлы уҡып йөрөй. Был уға күп яҡлы үҫеш бирә. Йырларға ла, төрлө музыка ҡоралдарында уйнарға ла мөмкинлектәр ҙур. Шуға ла был бүлектә уҡыуына, нәҡ ошо һөнәрҙе һайлауына Фәһим бик ҡыуана һәм ғорурлана.
Егеттең әҙәби ижад менән мауығыуы көслөрәк. Киләсәктә үҙен музыка менән йәнәш килеүсе шағир йә яҙыусы итеп күрә. Тамашасыһына киләсәктә матур йырҙар ижад иткеһе килә.
Йәш ижадсы йырлай ҙа төрлө музыка ҡоралдарында ла уйнай. Бигерәк тә фортепиано уға яҡын. Ә ҡобайыр әйткәндә думбыра сиртә. Шиғыр, монологтар ҙа яҙа. Йыр һәм әҙәби конкурстарҙа йыш ҡатнаша ул. Йәш яҙыусылар өсөн үткәрелгән “Асыш” республика әҙәби конкурсында һәм 2-се Китап байрамы уңайынан ойошторолған конкурста Фәһим Әхмәров шиғриәт буйынса махсус призға, номинацияларҙа еңеүгә лайыҡ була. Шиғырҙар йыйынтығы “Шоңҡар” республика йәштәр журналында донъя күрҙе.
Һәр йырҙы бар күңелен һалып, профессиональ оҫталыҡ менән башҡара. Зәки Мәхмүтов исемендәге башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурсында дипломант була. Атаһы Вадим Нәғим улы менән дә дуэт йырлайҙар.
Үҙен һәр яҡлап ижади үҫтереүсе ижадсы егеткә киләсәктә ғүмер һәм ижад юлының емешле, сағыу, оҙон булыуын теләйбеҙ!