Тыуған яғы: Кушнаренко районы ҡыҙы.
Тыуған көнө: 29. 03. 1991.
Яратҡан аш-һыуы: манты
Яратҡан төҫө: алһыу, аҡ, яҡты неон төҫтәре.
– Ләйсән, күптәр һине йырсы тип белә, таный. Ә һинең төп һөнәрең ниндәй? Кем булып һәм ҡайҙа эшләйһең?
– Мин Өфө ҡалаһының 1-се педагогия колледжында музыкаль педагог һөнәрен алдым. Әле Өфөлә моторҙар эшләү заводында эшләйем.
– Ҡасан йыр менән яҙмышыңды ныҡлап бәйләргә булдың?
– Быға яратҡан йырсым Илгиз Абдрахманов сәбәпсе булғандыр, моғайын. Мәктәптә уҡығанда “Юлдаш” радиоһы үткәргән конкурста ҡатнашып, кумирым менән телефон аша һөйләшеү бәхете тейҙе һәм шунда артабан да һөйләшеп торорға һүҙ бирештек. Һуңғараҡ ул үҙенең коллективы менән таныштырҙы.
– Ә ҡасан йырлай башланың?
– 2008 йылда “Моң” студияһына, Радик Юлъяҡшинға барып, минең йырлағым килә, тинем һәм бер дәфтәр итеп үҙем яҙған шиғырҙарҙы ҡылдырҙым.
Ике аҙна үттеме-юҡмы, Радик: “Кил, музыка әҙер”, – тине. Шулай итеп, “Һине һөйәм” тигән беренсе йырым килеп сыҡты.
– Тәүге тамашасыларың кемдәр ине?
– Мин бәләкәй саҡта нишләптер өйҙә кеше юҡта ғына йырлай инем. Ә 2008 йылда Радик менән “Өфө уттары”нда бергә дуэт йырланыҡ.
– Кемгә оҡшағанһың: атайыңамы, әллә әсәйеңәме?
– Атайыма оҡшағанмын. Атайым мәрхүм гармунда оҫта уйнай ине, әсәйем матур итеп йырлай торғайны.
– Бала саҡҡа ҡайтыр инеңме, әгәр ҡайтһаң, нимәне үҙгәртер инең?
– Эйе, ҡайтыр инем! Тырышып уҡыр инем, төрлө телдәр өйрәнер инем, әсәйемә күберәк ярҙам итер инем һәм һәр яҡлап үҫешергә тырышыр инем.
– “Аманат” журналын уҡый торғайныңмы?
– Эйе, яратып уҡый торғайным. Һәр һанын түҙемһеҙлек менән көтөп алып, ҡат-ҡат уҡып, ятлап бөтә торғайным.
– Журналыбыҙҙың уҡыусыларына теләктәрең?
– Һәр ваҡыт яҡшылыҡҡа ышанығыҙ, яҡшы уҡырға тырышығыҙ!
– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт! Яңынан-яңы сағыу йырҙарының ижад итерһең!