+8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10

Салауат бейеүселәре биш Гран-при алған!

Салауат ҡалаһы бейеүселәре Екатеринбургта үткән “Урал дуҫтарын йыя” халыҡ-ара фестивалендә биш Гран-при алған! Беренсе һәм икенсе дәрәжә лауреатлыҡ дипломдарының иҫәбе лә юҡ.   Фестивалгә “Шишмәкәй”  (“Родничок”) балалар өлгөлө хореографик ансамбле менән РФ-тың атҡаҙанған халыҡ ижады ансамбле “Ағиҙел”халыҡ бейеү ансамбле барған. Уларҙың сығыштарынан төҙөлгән видеороликта балаларҙың ни тиклем оҫта бейеүен күреп хайран ҡалаһың. Гран-приҙар бирерлек шул!

Салауат бейеүселәре биш Гран-при алған!
Салауат бейеүселәре биш Гран-при алған!

Төрлө йәштәге 80 бейеүсенән торған делегацияны “Ағиҙел”дең етәксеһе, бейеүҙәрҙе ҡуйыусы хореограф  Дмитрий Силин менән педагог Ксения Вершинина йөрөтөп алып ҡайтҡан. Салауатта “Шишмәкәй”ҙең  етәксеһе Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Татьяна Тужекова тәрбиәләнеүселәре өсөн тулҡынланып, даими бәйләнештә торған.

Гран-при алған Сафия Ниғмәтуллина “Юрматы һыбайлыһы” бейеүен юғары профессиональ кимәлдә башҡара, ә 10 йәшлек Варвара Лазарева “Самарские вертатушки” тигән үҙенсәлекле бейеүҙе артистарҙан былайыраҡ бейей. Әйткәндәй, “Юрматы һыбайлыһы”н элегерәк Сафияның апаһы Диана Ниғмәтуллина башҡарған. Һеңлеһенең сығышын күрергә Мәскәүҙән Диана ла килгән. Ул әле Мәскәү дәүләт университетында уҡып йөрөй.

“Француз яулыҡ”, “Верхоторские гулянья”, “Самарские вертатушки” тигән сығыштар –  яңы һалынған бейеүҙәр, Екатеринбургта уларҙың премьераһы булған. Композицияларҙың өсөһөнә лә тыуған төйәккә, тыуған ауылға һөйөү, тыуған ер менән ғорурланыу хас.

Һәр бейеүҙең тарихи нигеҙе бар. Мәҫәлән, “Ағиҙел” ансамбле башҡарған  “Француз яулыҡ” бейеүендә 1806–1807 йылдарҙа рус-прусс-француз яуында һәм 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорттар кәүҙәләндерелә. 1736 йылда батша указы менән башҡорттарға атыу ҡоралы тыйыла. Бынан ары тик уҡ-һаҙаҡ тотонор булалар һәм шул тиклем оҫта уҡсыға әүереләләр, хатта француздарҙы ла аптыраталар. Төньяҡ амурҙары тип атай уларҙы француздар. Бейеүҙә башҡорт яугирҙәренең һөйгәндәренә  Франциянан аҡ биҙәкле ҡыҙыл яулыҡтар алып ҡайтып бүләк итеүе күрһәтелә.

Дмитрий Силин һөйләүенсә, бейеүҙе һалырҙан элек тарихи дөрөҫлөккә ынтылып, тиҫтәләрсә гравюралар  һәм һүрәттәрҙе ентекләп тикшергәндәр. Бейеүселәрҙең кейемдәре, бейеү атрибуттары мөмкин тиклем төп нөсхәгә яҡынайтылған. Бейеүҙең көйөн Александр Семенов яҙған һәм уның  дирижерлығында халыҡ музыка ҡоралдары оркестры башҡарған.

Сығанаҡ: Салауаттың “Выбор” гәзите

Салауат бейеүселәре биш Гран-при алған!
Салауат бейеүселәре биш Гран-при алған!
Салауат бейеүселәре биш Гран-при алған!
Салауат бейеүселәре биш Гран-при алған!
Салауат бейеүселәре биш Гран-при алған!
Салауат бейеүселәре биш Гран-при алған!
Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас: