Ике йәштән үк әсәһенән балет бейергә, йә булмаһа телевизорҙағы гимнасткалар кеүек булырға өйрәтеүен һорай башлағас, әсәһе райондағы бейеү түңәрәгенә алып бара, ләкин Айлинаға беренсе дәрестән үк унда оҡшамай, сөнки унда балетты ла, гимнастиканы ла тапмай.
Биш йәшендә, Өфөлә булған ваҡытта, балаларҙы гимнастика түңәрәгенә йыйыу тураһында иғландағы һүрәтте күреп: «Мин Устьикинға ҡайтмайым, ошонда йөрөйөм», — тип ҡырт киҫә ҡыҙыҡай. Шулай итеп, хоккей буйынса тренер булып эшләгән атаһы ла, уҡытыусы әсәһе лә, эштәрен ташлап, ғаилә менән Өфөгә күсеп китәләр.
Әлеге көндә Айлина Өфө ҡалаһының Мостай Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһының Шайморатов синыфында уҡый. Республика кимәлендәге “Шайморатов уйындары»нда ла ҡатнашырға өлгөрә. Мәктәптә уҙғарылған сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша, ҡайһы берҙәрендә алып барыусы булып та, мәктәп эргәһендәге лагерҙа вожатыйҙарҙың ярҙамсыһы булып та ала.
Айлинаға акробатик һәм гамактағы гимнастика ла бик еңел бирелә. Ярыштарҙа гел беренселекте ала.
Үҫкән һайын ҡыҙ милли мәҙәниәткә яҡыная. Мәктәптә ойошторолған “Дуҫлыҡ» ансамблендә яратып шөғөлләнә, ихласлыҡ менән ҡумыҙ буйынса дәрестәр ала, ҙур ҡыҙыҡһыныу милли яндан уҡ атыу түңәрәгенә йөрөй.
Бәләкәйҙән зауыҡлы итеп кейенергә ярата Айлина. Кейемдәрҙең үҙенә килешлеһен, үҙенә генә хас стилде һайлай белеү маҡсаты менән моделлек агентлығында курстар үтә. Бер нисә йыл рәттән балалар өсөн МЕХiko магазинының моделе була. Подиумда үҙен тота белеүе Айлинаның мөмкинлектәрен тағы ла киңәйтте.
Ул үҙен “Һылыуҡай” конкурсында ла һынап ҡарарға була һәм беренсе конкурста уҡ — мәктәп кимәлендәге «Ҡарһылыуҡай — 2024»тә гран-при яулай. Был еңеү башҡа бәйгеләргә лә юл аса. Өфөлә уҙғарылған «Ҡарһылыуҡай — 2024» Бөтә Рәсәй матурлыҡ һәм йолалар конкурсында ул йәнә гран-при ала. Был еңеү инде Мәскәүҙә уҙғарылған “Рәсәйҙең милли супермоделе” конкурсына ойоштороусылар тарафынан рәсми саҡырыуға нигеҙ була. Йәш модель был конкурста, сая ҡыҙ образында сығыш яһап, Дебютант категорияһында тағы гран-при ала.
Әлеге ваҡытта күп ҡыҙ балалар күңелендә Һомай образы ҙур урын биләй. Ул Айлинаны ла үҙенә йәлеп итә. Билдәле йәш модель Регина Хужина ойошторған «Мин — Һомай» Бөтә Рәсәй фотоконкурсында Айлинаның уҡ-һаҙаҡ менән ат өҫтөндәге фотоһүрәте гран-приға лайыҡ булды.
Бүздәк районында үткән һабантуйҙа иһә Айлинаның сая ҡыҙ образы ҡунаҡтарҙы тағы хайран ҡалдырҙы. Ул Өфөнөң Киров районы хакимиәте тирмәһе янында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировты (һүрәттә) һәм башҡа ҡунаҡтарҙы сәләмләне.
Әле Айлина каникулында рәхәтләнеп ял итә, ҡустылары Басир һәм Самир менән уйнай (бер туған ағалары Наил менән Данилдың улдары).
Айлина кеүек тырыш, аҡыллы, һәләтле, рухлы ҡыҙҙарыбыҙ булғанда башҡорт халҡы, башҡорт мәҙәниәте мәңге йәшәйәсәк!