-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
"Аманат" йондоҙлоғо
6 Август , 11:45

Өфө уҡыусыһы Кремлдә йырланы

Әңгәмәсебеҙ Рамаҙан Биккинин – Өфө ҡалаһынан. Моңло тауышлы оҫта йырсы булараҡ, бөтөн Башҡортостанға, хатта Рәсәйгә танытты ул үҙен. 12 йәшлек кенә сағында Мәскәүҙәге Кремль һарайында үткән “Төп балалар йырҙары” концертында, “Онотмағыҙ” йырын башҡарып, барыһын да әсир итте, тамашасыларҙың һөйөүен яуланы (хәҙер инде сентябрҙә Рамаҙанға 14 тула). Быйыл Ставрополдә “Рәсәй мәктәп яҙы-2025” конкурсында Башҡортостан командаһы Гран-при алып ҡайтты, унда Рамаҙан да сығыш яһаны.

Өфө  уҡыусыһы  Кремлдә  йырланы
Өфө уҡыусыһы Кремлдә йырланы

– Сәләм, Рамаҙан! Хәлең нисек? Ҡайҙа уҡыйһың?
– Сәләм! Аллаһҡа шөкөр, хәлем һәйбәт! Өфөнөң Нариман Сабитов исемендәге 1-се балалар музыка тәрбиәләнеүсеһемен.
– Ғаиләң тураһында ла һөйләп үт әле?
– Әсәйем минең — хужабикә, өйҙә мине концерттарға һәм сығыштарға әҙерләшә, шулай уҡ уҡыуҙа ярҙам итә. Атайым Себерҙә эшләй, ғаиләне тәьмин итә. Апайым Алһыу Өфө сәнғәт училищеһының эстрада вокалы бүлегендә уҡый.
– Һиңә йыр, моңға һәләт ҡайҙан килә?
– Өйҙә барыбыҙ ҙа йырлайбыҙ. Атай гармунда уйнай, ә әсәй яғынан өләсәй баянда уйнай.
– Уңыштарың менән уртаҡлашып үтһәңсе?
– Мин “Тауыш. Балалар” телевизион шоуында ҡатнаштым. “Төп балалар йырҙары” проекты еңеүсеһемен.
“Сулпылар – 2021”, “Өфө тулҡыны – 2022”, “Йондоҙҙар Юлы-2024” (Ҡаҙан ҡалаһы), шулай уҡ “Маэстро Джаз” XV Бөтә Рәсәй балалар һәм үҫмерҙәр конкурсында, йәғни барыһында ла еңдем һәм Гран-приға лайыҡ булдым.
Һәр еңеүем өсөн ата-әсәйемә һәм уҡытыусыларыма бик рәхмәтлемен!
– Кумирҙарың бармы?
– Кумирҙарым юҡ, төрлө йырсыларға ҡарап, илһам нуры, рух алам. Уларға ҡарап, үҙемде төрлө яҡлап үҫтерергә тырышам.
– Буш ваҡытыңды нисек үткәрәһең?
– Буш ваҡытымда баянда уйнайым, турникта шөғөлләнергә яратам.
– Киләсәккә ниндәй пландар менән йәшәйһең?
– Үҙ йырҙарымды башҡорт һәм урыҫ телдәрендә студияла яҙҙырырға һәм клиптар төшөрөргә хыялланам. Карьера баҫҡысы буйлап уңышлы ғына үрләргә ине.
– “Аманат” журналына, уның уҡыусыларына ниндәй теләктәрең булыр?
– Журнал уҡыусыларына һаулыҡ, тырышлыҡ һәм тыныслыҡ теләйем. Ҙур хыялдарға ынтылып йәшәгеҙ. Тормош бит ул шундай сағыу һәм матур!
– Әңгәмәң өсөн ҙур рәхмәт! Тик уңыштар теләйбеҙ һиңә, Рамаҙан!

Автор: Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас: