Атаһы Саяр Усманов ауыл клубында эшләгәнгә күрә улы Илдар сәхнәлә үҫә, тиһәң дә хата булмаҫ.
– Уй, атайымдың бер бәләһе булдым инде мин бәләкәй саҡта. Үҙемдең оялсан холоҡто еңә алмай инем. Сәхнәгә сығаралар, берәй урынында һүҙен онотһам, үсегеп, әйләнеп сыға ла китә торғайным, – тип йылмайып хәтерләй сәнғәткә беренсе аҙымдарын Илдар Усманов.
Мәктәпте тамамлағас, башҡа синыфташтары менән бергә һөнәрселек училищеһына инеп, иретеп йәбештереүсегә уҡырға керергә йыйынған улын Нәзирә Ғәлимйән ҡыҙы музыка училищеһына барырға өгөтләй.
– Улым, барып ҡына ҡара ла, кермәһәң, башҡа борсомам, – ти уҡытыусы әсә. Илдар тырышып шиғырҙар ятлай, сәхнәлә үҙен тоторға өйрәнә. Шулай итеп, Учалы музыка һәм сәнғәт училищеһына уҡырға инә.
Төрлө сәбәптәр менән сәнғәт училищеһын тамамламаһа ла, Илдар сәнғәтте ташламай. 2004 йылда Учалы филармонияһына эшкә килә. 2008 йылда армияға алына. Ҡайтҡас, Һарытау ҡалаһындағы сәнғәт училищеһына кереп, уны яҡшы тамамлай.
Хеҙмәт иткән сағында ла Илдар сәнғәткә булған һөйөүен ҡалдырмай. Хәрбиҙәр араһындағы Бөтә Рәсәй Хәрби-патриотик йырҙар башҡарыусыларҙың “Полигон-2008” бәйгеһендә башҡорт йыры менән Гран-приға лайыҡ була. Армиянан ҡайтҡас та үҙенең коллективына яңынан ҡушыла һәм Учалы филармонияһында эшен дауам итә.
Һуңғараҡ Уральск ҡасабаһының мәҙәниәт йортона директор итеп тәғәйенләнә, “Ләйсән” халыҡ бейеү һәм йыр ансамблендә йырлай. 2012 йылда “ләйсән”дәр Италияла уҙған халыҡ-ара фестивалдә Рәсәй исеменән сығыш яһайҙар.
Ул йылдар Илдар өсөн сәнғәт донъяһына сумыу менән бер: “Урал моңо” йыр бәйгеһендә дипломант, “Керәшен һыуығы”нда еңеүсе. Башҡортостан исеменән Тыва Республикаһында “Мелодия саянских гор” тигән конкурста сығыш яһап, беренсе урын алып ҡайта.
Үҙенең өс соло концертын биргән Илдар Усманов музыка сәнғәте менән әүҙем шөғөлләнә. Йырҙар ҙа ижад итә. 2024 йылда “Ҡош юлы” бард авторҙар йыр бәйгеһендә Гран-при яулай. Республика халыҡ ижады үҙәгендә эшләй, “Атайсал” мәҙәни үҙәге проектының тауыш операторы һәм артисы.
– Минең кескәй дуҫтарыма бер нисә теләгем бар: бала саҡтан күңелегеҙ нимәгә ята, шуға тартылығыҙ. Хәҙерге заманда талантлы балалар өсөн бәйгеләр бихисап, уларҙа ҡатнашығыҙ, сөнки шундай бәйгеләрҙә үҙеңә яңы дуҫтар табаһың, үҙеңдең көсөңә ышанаһың һәм артабан үҫергә этәргес булырҙай юлдарға сығаһың.
Әсәйегеҙ берәй ергә барып ҡарайыҡ тип әйҙәһә, барығыҙ, сөнки, уйламағанда яһаған шундай аҙымдарҙың ҙур юлдарға алып килеүе ихтимал. Әсәйем дә, атайым да бөгөн гүр эйәләре, уларҙың рухтары шат булһын! Сәнғәт юлында булыуыма улар ҙур башланғыс – моң бүләк иттеләр миңә.