-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
"Аманат" йондоҙлоғо
6 Ноябрь , 09:25

Батыр егеттәр төркөмө

Быйыл Президент фондының Мәҙәни инициативалары грантын отҡан, әле йырҙарын яҙҙырып, клип төшөрөү менән мәж килеп йөрөүсе үҫмерҙәр — “БАТР” төркөмө егеттәре һәм уларҙың продюссеры Булат Сарбаев менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

Батыр егеттәр төркөмө
Батыр егеттәр төркөмө

Быйыл Президент фондының Мәҙәни инициативалары грантын отҡан, әле йырҙарын яҙҙырып, клип төшөрөү менән мәж килеп йөрөүсе үҫмерҙәр — “БАТР” төркөмө егеттәре һәм уларҙың продюссеры Булат Сарбаев менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
— Һаумыһығыҙ егеттәр! Булат Рәмил улы, төркөмдө булдырыу һеҙҙең идеямы һәм ни өсөн исеме “БАТР»?
Булат Сарбаев:
— Мине күптәр “Дарман” проекты аша белә. Һуңғы арала күңелемдә шул проект өсөн рэп стилендәге күп кенә йыр­ҙар тыуа башланы. Тора бара, бындай йырҙарҙы үҫмерҙәр йырлаһа, отош­лораҡ яңғыраясаҡ, тигән фекер тыуҙы һәм балаларҙан торған проект эшләргә ҡарар иттем.
Төркөмдөң исеменә килгәндә инде, хәҙер үҫмерҙәр һүҙҙәрҙе ҡыҫҡартып яҙырға ярата, шуға ла төркөмдөң исемен уларҙың зауығына, замана шауҡымына тап килтерергә тырыштым. Продюссер булараҡ, мин иғтибар йүнәлтеү алымдарын ҡулланырға ла тейешмен. Шуға ла Ы хәрефен төшөрөп ҡалдырған кеүек ҡыҫҡарттым. Мәскәүҙәге жюри ағзаларына ла был идея оҡшаны.
Тик, беҙҙең төркөмдөң исеме хаталы яҙылған тип уйлаусыларға шуны ла аңлатып үтке килә, беҙҙең үҫмерҙәр төркөмөнөң исеме матур һүҙҙәрҙең аббревиатураһынан яһалған:
Б — Батыр, А — Аҡыл, Т — Тырыш, Р — Рух, шулай итеп, килеп сыға — “БАТР”.
— Егеттәр, һеҙҙең бөтәгеҙгә лә бер һорау: сәхнә тормошо һеҙгә оҡшаймы?
Тимур МирхӘйҘӘров:
— Беҙ әле тыуған ҡалам — Өфөмдә сығыш яһайбыҙ. Был айырыуса яуаплылыҡ өҫтәй. Беренсе сығыш, әлбиттә, тулҡынландырғыс булды, әммә хәҙер тынысмын. Сәхнә оҡшай.
Асҡар Мәһәҙиев:
— Сәхнәлә сығыш яһау — ҙур яуаплылыҡ: һин һәр ваҡыт формала булырға, тамашасылар менән аралашырға тейешһең. Бының артында ҙур эш тороуын аңлайым. Әммә мин үҙемде сәхнәгә бағышларға әҙермен.
Морат Йоманиязов:
— Дөйөм алғанда, миңә сәхнәлә сығыш яһау бик оҡшай.
Тимур Шаһивәлиев:
— Ниһайәт, беҙҙең беренсе йырыбыҙ сыҡҡас, мин ныҡ ҡыуандым. Шатлыҡ, ғорурлыҡ тойғоһо кисерәм, әлбиттә.
Концерттар башланғас. Тәүҙә был бик тулҡынландырғыс булды, сәхнәгә сыҡҡас, аяҡтарым бер аҙ ҡалтырай, ә йөрәгем инде ныҡ итеп тибә ине. Әммә тәүге алҡыштарҙы ишеткәс, бөтә борсолоуҙарым юҡҡа сыҡты. Беҙҙе йылы ҡаршы алған тамашасыға ҙур рәхмәтлемен.
Афарин егеттәр! Беренсе аҙымдарығыҙ ышаныслы. Артабан да шулай дуҫ булып, тиҫтерҙәрегеҙҙең зауығына тап килтереп йырлап, ҙур залдар тулы тамашасы йыйырға насип булһын.

Зилә Ғәлләмова.

Автор:
Читайте нас: