-10 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
"Аманат" йондоҙлоғо
10 Декабрь , 15:26

Сәхнәлә һәр саҡ солтан бул, Илдар!

Был һандағы әңгәмәбеҙ — Ырымбур өлкәһенең Гай ҡалаһында донъяға килгән башҡорт егете, йәш йырсы Илдар Абдуллиндың йырҙарын, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының эстрада проекттарында, хөкүмәт сараларында сығыштарын бик күптәр оҡшата.

Сәхнәлә һәр саҡ солтан бул, Илдар!
Сәхнәлә һәр саҡ солтан бул, Илдар!

– Илдар, һин йыр-моңға бала саҡтан әүәҫһеңме?
– Миңә шул 7-8 йәш тирәһендә булғанда балалар ял лагерында бер көн музыкаль бәйге булды. Беҙҙең отрядтан миңә солтан ролен бирҙеләр һәм мин, шул ролгә инеп, йырларға тейеш инем. Һүҙҙәрен ятланым. Кейем дә таптылар. Бик тулҡынланып сығыш яһаным.
Хәҙер инде был хаҡта көлөп кенә хәтерләйем, әммә йырсы булырым шул мәлдә хәл ителгән, күрәһең. Шул сарала йырлағанымдан һуң мине музыка уҡытыусыһы Ольга Власова үҙе эҙләп тапты. Әсәйем менән һөйләшеп, мине музыка мәктәбенә уҡырға саҡырҙылар. Шул мәлдән йырлай башланым, тиһәм дә була.
Мин халыҡ вокалы бүлегендә уҡыным һәм хорҙа халыҡ йырҙарын йырланым. Эстрада йыр­ҙары ла булды, әлбиттә.
Уҡытыусым беҙҙең ҡаланан күсеп киткәс, мине ҡала мәҙәниәт һарайының “Апрель” тигән эстрада йыр­ҙары студия­һына алдылар. Шул төркөм менән төрлө бәйгеләрҙа ҡатнаша башланым. Екатеринбург ҡалаһында үткән конкурста төрлө ҡалаларҙан килгән тиҫтерҙәрем араһында сығыш яһап, үҙемә ышаныс туплап ҡайттым.
– Шулай, бала саҡта ололарҙың кәңәшен тыңлау ҙа кәрәк шул. Ярай ҙа шунда солтан булырға риза булғанһың.
Һин бөгөн — Халыҡ-ара бәйгеләр дипломанты, йәштәр араһында билдәле йырсыһың. Ә бына тормошҡа ашмаған берәй бала саҡ хыялың ҡалдымы?
– Эйе, мин балалар Евровидениеһына барырға ныҡ хыялландым, ләкин, был теләгем хыял ғына булып ҡалды.
– Ғөмүмән, матур йырлай белеү менән бер юлы ҡыйыу булыу ҙа, хыялдарға тырышып ынтылыу ҙа ҡайһы саҡ яҙмышта ҙур роль уйнай шул. Нисек итеп ҡыйыу­һыҙлығыңды еңдең?
– Миңә, ысынлап та, шул тулҡынланыуым өҫтөндә күп эшләргә тура килде. Төрлө методикаларҙы өйрәндем һәм ҡулланырға тырыштым. Дима Биланды яратып тыңланым, уның сәхнәләге сығыштарын, үҙен тотоуын ҡарарға яраттым һәм, шулай итеп, үҙемдә булған ҡайһы бер етешһеҙлектәрҙе бөтөрҙөм.
Шулай уҡ мин бит — ауылға йыш ҡайтып йөрөгән ҡала малайы. Өләсәйемдәр өсөн мин инде гел яҡшы йырсы булдым. Бесән эшләгәндә лә, йорт эштәрендә ярҙам иткән саҡтарҙа ла гел "әртисләнеп" йөрөнөм.
Яҡындарың һине үҙ итеп, барлыҡ хыялдарыңа ҡанат ҡуйып торһа, ысынлап та, оялыуың бөтә, ҡыйыулығың арта.
"Аманат"ты уҡыусы дуҫтарыма шуны теләр инем: бер ваҡытта ла концерттарҙа ҡатнашырға, кешеләр алдында сығыш яһарға оялмағыҙ, сәхнәгә сығыуҙан ҡурҡмағыҙ. Бәлки, был һеҙҙең яҙмышығыҙҙыр?!

Зилә Ғәлләмова.

Автор:
Читайте нас