

Өфө ҡалаһының Инорс биҫтәһендә урынлашҡан Зәйнәб Биишева исемендәге 140-сы Башҡорт гимназияһы 1996 йылдың сентябрендә асыла.
Тәүге көндәрҙән милли гимназия рухи-әхлаҡи тәрбиә һәм белем биреү үҙәгенә әүерелә. Өфөнөң бүтән милли гимназиялары араһында ул лайыҡлы урын биләй. Бөгөн гимназия ЮНЕСКО-ның ассоциацияланған мәктәбе лә булып тора.
Гимназияла бер нисә йыл инде уҡыусыларҙы һәр яҡлап патриотик тәрбиәләүгә йүнәлтелгән махсус белем биреү проекты – Шайморатов синыфтары уңышлы эшләй. 5-се "Б", 7-се "Б", 8-се "Б" Шайморатов синыфтарында 80 бала белем ала.
Данлы әҙибәбеҙ исемен йөрөткән гимназия директоры Фәнил Бүләков менән ошо яңы проект киңлегендә белем алған уҡыусылар хаҡында һөйләштек.
– Фәнил Нил улы, Шайморатов синыфы һеҙҙең мәктәптә ғәҙәти синыфтарҙан нимәһе менән айырыла?
– Шайморатовсылар тарихты өйрәнеү генә түгел, ә тарих эсендә йәшәй, тиһәм дә хата булмаҫ. Йолаларҙы хөрмәт итергә, яугирҙәрҙе ҙурларға һәм Тыуған иленә хеҙмәт итергә әҙер булырға өйрәнә улар.
Минеңсә, уларҙың башҡаларҙан формалары менән айырылып тороуы ла хатта тәртипкә, баланың үҙ-үҙен тотошона йоғонто яһай. Балалар сафта йөрөй, үҙ-ара килешеп эш итеүҙе үҙләштерә. Илебеҙҙең һәм тыуған яҡтың героик үткәнен өйрәнеп кенә ҡалмайҙар, төрлө хәрби уйындарҙа ҡатнашалар. Ветерандар менән осрашалар.
– Шайморатовсылар араһында миҙал таҡҡан балалар бар. Бындай миҙалды ни өсөн бирәләр?
– Ошо өс Шайморатов синыфында яҡшы уҡыған, спорт өлкәһендә уңышҡа өлгәшкән, олимпиадаларҙа еңгән балаларға миҙал бирелде. Шулай уҡ улар Еңеү парадында күп тапҡыр ҡатнашты, ветерандарға ҙур хөрмәт күрһәтәләр. Уларҙы дәртләндереү, еңеүҙәрен билдәләп үтеү — беҙҙең бурыс.
– Тағы ла ниндәй сараларҙа ҡатнашалар һәм киләсәккә пландарығыҙ ниндәй?
– Улар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы һәм Хәрби дан музейҙарында йыш була, Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы яугирҙәрҙең батырлыҡтары менән таныша. Полярниктар музейына йөрөйҙәр, унда инде уҡыусылар Арктика тикшеренеүселәренең батырлығы һәм сыҙамлығы тураһында беләләр. Иҫтәлекле таҡтаташтар асыуҙа ҡатнашабыҙ. Был саралар хәтер һәм рәхмәт дәресе форматында үтә.
Киләсәктә шайморатовсыларҙың ҡыҙыҡлы һәм яңы экскурсияларын, осрашыуҙар, ярыштар ойоштороу планлаштырыла һәм киләһе Еңеү парадына әҙерлек башланды.
Балалар дәрт менән тулы һәм Шайморатов синыфының традицияларын дауам итергә, үҙ иленең лайыҡлы граждандары булып үҫергә әҙер.
— Илһөйәр уҡыусылар тап шундай синыфтарҙа тамырланалыр тип уйлайым. Һеҙгә фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙҙә уңыштар теләп ҡалабыҙ. Рәхмәт!
Зилә ҒӘЛЛӘМОВА.