— Һаумы, Мирас! «Аманат» журналын уҡыусыларҙы үҙең менән таныштырайыҡ.
— Сәләм, йәш дуҫтарым! Мин Баймаҡ районының Ғүмәр ауылында атайым Нур Нурислам улы һәм әсәйем Миңзәлә Мират ҡыҙының матур ғаиләһендә, өсөнсө бала булып, Гүзәл апайым һәм Рамаҙан ағайымдан һуң тыуғанмын.
— Сәнғәткә һөйөүң ҡасан уянды?
— Әсәйем өйрәткән йырҙарҙы көйләп, сәнғәткә һөйөүем уянды. Биш йәшемдә, «Эх, минең Толпар атым, Эх, минең Аҡбуҙатым…», тип йырлап, тамашасы һөйөүен яуланым.
Ғүмәр мәктәбенән һуң 5-се синыфҡа Ярат мәктәбенә уҡырға килгәс, ҡурай түңәрәгенә яҙылдым. Ҡурайға һөйөү уятҡан уҡытыусым Миңнәхәт Исмәғил улы Назаровҡа ныҡ рәхмәтлемен.
8-9-сы синыфта Баймаҡ ҡалаһына музыка мәктәбендә ҡурайҙан мине Илшат Ишдәүләт улы Хәйбуллин уҡытты. Уның дәрестәре Сибай сәнғәт колледжына уҡырға инергә юл асты.
— Төрлө музыка ҡоралдарында уйнап, йырлап, өзләп, башҡорт эпос һәм риүәйәттәрен шундай оҫта итеп башҡараһың. Кемдәр шундай һәләтеңде асты һәм үҫтерҙе?
— 2016 йылда Сибай сәнғәт колледжына уҡырға индем. Ҡурай бүлегендә мине Нурғәли Мирғәли улы Кейекбирҙин үҙ ҡанаты аҫтына алды. Остазым миңә ҡурайҙың бөтөн нескәлеген ентекләп өйрәтте, күп конкурстарҙа еңеүҙәр яуларға ярҙам итте.
Унда шулай уҡ халыҡ сәсәне Асия Солтан ҡыҙы Ғәйнуллина менән таныштым. "Урал батыр" эпосы менән башланған тәүге дәресебеҙ тормошома яңы һулыш бирҙе.
Бала саҡтан тотлоғоу сире менән яфалана инем. Асия Солтан ҡыҙы өйрәткән "Урал батыр" эпосы, ҡобайырҙар, төрлө күнекмәләр ярҙамында тиҙ арала сиремдән ҡотолдом, Аллаға шөкөр!
— Ниндәй музыка ҡоралдарында уйнай беләһең?
— Ҡурай, ҡумыҙ, думбырала уйнайым. Асия Солтан ҡыҙының улы Баязит ағай мине өзләргә өйрәтте.
— Ниндәй конкурстарҙа еңеү яуланың?
— Башҡортостаныбыҙҙа үткәрелгән Бөтә Рәсәй сәсәндәр бәйгеһендә тәүге ҡатнашыуым — тамашасы һөйөүен яуларға, киләһе ҡатнашыуым 1-се дәрәжәле дипломға лайыҡ итте, ә 2022 йылда Бөрйән районында Гран-при яулау бәхете тейҙе.
Мәскәү, Санкт-Петербург, Чебоксар, Мордовия, Таулы Алтайҙа сығыш яһаным, ә Яҡут ерендә 2-се урын алып ҡайтырға насип булды.
— Уҡып та һәм эшләп тә өлгөрәһең икән?
— Эйе, әле мин Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында белем алам. Уҡытыусым — Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Миңлеғәли улы Айытҡолов.
Унан алған белемемде уҡыусыларым менән бүлешәм, Өфөнөң Республика инженер лицей-интернатында ҡурайсылар ансамблен етәкләйем.
Шулай уҡ Өфө ҡалаһының «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамблендә эшләйем.
Тағы бер яңы һөнәр үҙләштерәм, Башҡортостандың халыҡ артисы Илнур Флүр улы Лоҡманов етәкселегендәге «Табын» халыҡ театрында актер булып уйнай башланым. «Мин ҡайтырмын» тип исемләнгән спектакль менән сығыш яһаныҡ, халыҡ шул тиклем йылы ҡабул итте.
— Йырҙар ҙа ижад итәһеңме?
— Эйе, иң тәүге йырым «Тулы ай» тип аталды. Әсәйемә бағышлап, «Изге фәрештәм» тигән йыр яҙҙым. Әсәйем бик ныҡ оҡшатты. Мөхәббәт, дуҫтарым тураһында ла бер нисә йырым бар.
— Йәмле әңгәмә өсөн рәхмәт, Мирас! Артабан да ижад шишмәгеҙ урғылып ағып торһон, еңеүҙәрең, тамашасыларың күп булһын!
Тимур РӘХМӘТУЛЛИН әңгәмәләште.