+9 °С
Ясна

"Алатау"ға килегеҙ — шәп тамаша күрегеҙ!

Баш ҡалабыҙҙың Черниковка биҫтәһендәге ҡала мәҙәни-ял үҙәгендә ете-ун дүрт йәшлек егермегә яҡын укыусы бала, башҡорт халыҡ йыр-бейеүҙәрен, йолаларын бик теләп өйрәнә.

"Алатау"ға  килегеҙ — шәп  тамаша  күрегеҙ!"Алатау"ға  килегеҙ — шәп  тамаша  күрегеҙ!
"Алатау"ға килегеҙ — шәп тамаша күрегеҙ!

“Алатау” балалар фольклор ансамбленең етәксеһе, эстрада, бигерәктә халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы булараҡ танылған йырсы Хима Йәнбирҙина элек күп йылдар Башҡорт дәүләт филармонияһының «Йәдкәр» фольклор эстрада ансамблендә эшләне. Юғары белемле, тәж­рибәле йырсы-педагог, ансамблгә йөрөүсе үҫмерҙәр менән ихлас шөғөлләнә.
«Килгән уҡыусының береһен дә кире бороп ебәрмәйем, талантһыҙ кешеләр булмай. Ғәҙәттә, ҡыйыуһыҙ ғына күренгән бала ла, тора-бара, асылып китә. Иң мөһиме, балалар һөйләшергә, йырларға, бейергә, ғөмүмән йәмғиәттә ышаныслы, лайыҡлы кеше булырға өйрәнә», — ти Хима Сафиулла ҡыҙы.
Ансамблдең репертуары ярайһы уҡ бай. Балаларҙың бейеү хәрәкәттәре менән байытылған Һәр бер йыры матур, сағыу тамашаға әйләнә. «Уралтау» ҡобайырына, «Любизар», «Айҙарғынайым», «Ҡарабай» йырҙарына тамашасылар ихлас алҡышлай. «Әпипә» йыры башҡорт, татар, рус телдәрендә башҡарыла.
Ҡайһы бер йырҙарҙы, атап әйткәндә, «Тыуған яҡ» (Вәсилә Фәттәхова репертуарынан), «Һомай» («Әй йола» төркөмө йыры) йәш артистар үҙҙәре һайлаған.
Ансамблдә ағалы-ҡустылы, апалы-һеңлеле ҡатнашыусылар ҙа бар. Камилла менән Рамаҙан Рәхмәтовтар, Руслана менән Рузанна Әхмәҙиевалар, Радим менән Вадим Наумовтар, мәҫәлән. Радим шулай уҡ йөҙөүгә йөрөһә, ә ағаһы бокс менән шөғөләнә. Рузанна Башҡортостанда ғына түгел, Пермь, Санкт-Петербург һәм Мәскәүҙә үткән күп кенә ғилми-ғәмәли конференциялар призеры һәм еңеүсеһе булһа, Руслана иһә хореография һәм спорт конкурстарында ҡатнашҡаны өсөн бик күп миҙалдарға эйә, робототехника өлкәһендә ғилми-ғәмәли конференцияларҙа еңеүсе һәм призер.
Арина Зиннурова менән Асҡар Гәрәев та шулай уҡ — ансамблдең әүҙем ағзалары. Әхирәте Резеда Хозиеваға эйәреп килгән рус ҡыҙы Вероника Филиппова ла, башҡорт халыҡ ижадына ғашиҡ булып тырышып, башҡорт халыҡ йырҙарын, бейеүҙәрен өйрәнә. Уның сығыштарына һоҡланмау мөмкин түгел!
“Алатау” балалар фольклор ансамбле мәҙәни-­ял үҙәгендә үткән барлыҡ сараларҙа ла ҡатнаша. Ветерандар алдында, мәктәптәрҙә йыш сығыш яһай. 
Ансамблдәге йәш артистарҙың ата-әсәләре балаларының шөғөлөн бик хуплай, уңыштарына шатлана, ярҙам итә. Төрлө байрамдар, тыуған көндәрҙе билдәләү гел ата-әсәләре менән берлектә үтә.
Ансамбль киләҺе йылға бай йөкмәткеле концерт әҙерләүҙе планлаштыра, ә әлеге мәлдә улар 23-27 июндә Өфөлә үтәсәк Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһында ҡатнашыуға әҙерләнә.
Йәш ижадсыларға уҡыуҙарында мул уңыштар, сәхнәләрҙә дәррәү алҡыштар теләйек!

Харис Шәрипов.

Автор:
Читайте нас