-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
АмаNet
25 Март 2019, 18:10

Нимә ул фишинг?

Фишинг инглизсә балыҡ ҡармаҡлау тигәнде аңлата.

Нимә ул фишинг?

Фишинг – интернет аша ҡылына торған мутлыҡ төрҙәренең береһе. Уның төп маҡсаты интернет менән файҙаланыусының йәшерен мәғлүмәттәренә – логин, пароль, банк картаһы һәм башҡалар – эйә булыу. Ғәҙәттә, билдәле компаниялар исеменән ялған электрон хаттар ебәрелә. Мәҫәлән, Һаҡлыҡ банкыһы, авито, хөкүмәт хеҙмәттәре сайттары исеменән. Ябай кеше бындай хаттағы мәғлүмәттәрҙең ялған булыуын шундуҡ билдәләй алмай.

Хаттар бик яғымлы телдә яҙыла. Ғәҙәттә, шәхсән мәғлүмәттәрҙең дөрөҫлөгөн раҫлауҙы һорайҙар. Айырым осраҡтарҙа ниндәйҙер проблема тыуыуы тураһында хәбәр итәләр һәм уны хәл итеүҙә ярҙам тәҡдим итәләр. Уларға ышанған кешеләрҙе алдыҡ сайтҡа йүнәлтәләр. Ә унда иһә шәхси мәғлүмәттәрҙе яҙыуҙы һорайҙар. Ошондай юл менән тейешле мәғлүмәттәргә эйә булған мутлашыусылар уларҙы үҙҙәре теләгәнсә файҙалана алалар.

Интернет менән файҙаланған саҡта һеҙгә тәғәйенләнгән ымһындырғыс һылтанмаларҙы асмаҫҡа тырышығыҙ. Башта уларҙы вирусҡа ҡаршы хеҙмәт аша тикшереү хәйерле.

Фишинг һөжүменән нисек ҡотолорға?

Интернет менән файҙаланған саҡта хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә таянып эш итегеҙ һәм шикле һылтанмаларҙы асмағыҙ.

  • Ят электрон почтанан килгән һылтанмаларҙы асмағыҙ.
  • Логин һәм паролде, шәхси мәғлүмәттәрҙе сер итеп һаҡлағыҙ.
  • Иғтибар менән сайттың URL-адресын ентекле тикшерегеҙ.
  • Браузерығыҙҙы даими яңыртып тороғоҙ һәм уны һаҡлау сараларың теүәл үтәгеҙ.
Читайте нас: