+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
АмаNet
2 Август 2019, 19:27

Нисек интернетта аҡса эшләргә?

Бөгөн кешелек донъяһын интернетһыҙ күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын.Виртуаль донья тулыһынса беҙҙе йотҡан тиһәк, яңылышмаҫбыҙ. Кемдер көнө-төнөтелефонынан айырыла алмай уйын уйнай, ә йүнселдәр интернетта аҡса эшләй. Әнисек?

Варианттар бихисап, тик алдаҡсы сайттарға эләгеүең ихтимал. Шуға беҙ был хаҡта тәфсирләп яҙырға булдыҡ.
Матди яҡтан зыян күрмәйенсә нисек аҡса эшләргә? Ышаныслы сайттарҙы ҡайҙан табырға? Иң тәүҙә электрон почта (email) эшләп алырға кәрәк буласаҡ. Унда һеҙгә кәрәкле мәғлүмәт киләсәк. Артабан, электрон аҡса моҡсайын булдырырға кәрәк. Унда һеҙгә аҡса күсерәсәктәр. Ғөмүмән, электрон аҡса моҡсайы ҡағыҙ аҡса ҡулланмайынса, уны виртуаль аҡса рәүешендә һаҡларға һәм онлайн һатыу-һатып алыу эштәрен алып барыу маҡсаты менән эшләнә ул. Мәҫәлән, эш хаҡын телефон номерына сығарырға була. Электрон аҡса моҡсайың булмаһа һеҙ эшләп алған аҡсағыҙҙы ала алмайһығыҙ. Ғәҙәттә, интернетта WebMoney, Яндекс.Деньги, Qiwi, Payeer кеүек аҡса моҡсайҙарын ҡулланалар.
Интернетта эшләп алған аҡсаны һеҙ банк счетына йәки картаға (VISA, MasterCard) күсереп ҡағыҙ аҡсаға әйләндерә алаһығыҙ. Картаға сығармаған хәлдә лә онлайн магазиндарҙа төрлө нәмәләр һатып алырға була. Хәҙер күпселек магазиндарҙың онлайн версияһы бар. Һатып алынған әйберҙе йыш ҡына өйгә тиклем алып килеп бирәләр.
Хәҙер беҙ һеҙгә интернетта аҡса эшләүҙең бер нисә ысулын өйрәтмәксебеҙ. Ябай ғыналарынан башлап ҡатмарлыларына тиклем. Был темаға ҡағылылшлы мәҡәләләр «Аманат» журналының киләһе бер нисә һанында баҫылып сығасаҡ. Шуға күрә беҙҙең баҫманы даими уҡып барһағыҙ күп нимә белерһегеҙ!
Букс
Интернетта аҡса эшләүҙең иң ябай ысулдарының береһе – Букс. Был сайтта реклама биреүселәр үҙҙәренең ябай эштәрен һала, ә аҡса эшләргә теләүсе теләһә кем шуларҙы башҡара. Ҡушылған эштәр әллә ни ауыр түгел – сайттарҙа теркәлергә, тауыш бирергә, лайыҡтар ҡуйырға, репостар эшләргә, төркөмдәргә инергә, һ.б. Ҡайһы берәүҙәр серфинг (сайттарҙа реклама ҡарау), тестар эшләү, реклама хаттарын уҡып та аҡса эшләйҙәр.
Букстарҙа эшләү өсөн артыҡ тәжрибә һәм юғары белем талап ителмәй. Шуға ла бында эш хаҡы ла түбән. Интернет менән дуҫ булған һәр кеше эшләй ала был эште. Уҡыусы балалар ҙа, хатта хаҡлы ялда булғандар ҙа!
Үҙегеҙгә уңайлы булған ваҡытта ла эшләү мөмкинселеге бар. Заданиялар һәм минут тиерлек сығып тора. Һайлап ҡына ал!
Бына ҡайһы бер букс-сайттар:
Seosprint, Seo-fast, Profitcentr, Wmmail
Был сайттар яңы эшләй башлағандар өсөн бик уңайлы. Айына уртаса 500 һум эшләп була, ти белгестәр. Бер төрлө эш тиҙ ялҡыта, шуға күрә букстарҙа оҙаҡ ултырырға кәңәш итмәйбеҙ.

Рәзил Бикбулатов әҙерләне.

Киләһе һанда заказдарға комментарийҙар менән аҡса эшләргә өйрәтәбеҙ. Беҙҙең сайтта https://amanat.rbsmi.ru/ АмаNet рубрикаһын байҡап тороғоҙ, дуҫтар!
Читайте нас: