Антивирус ҡуйҙыртырға кәрәлеген былай ҙа беләбеҙ. Әһә, бына быныһы ҡыҙыҡ: ноутбуктың йә компьютерҙың камераһын, микрофонын ҡулланмаған саҡта ҡаплап ҡуйырға. Белгестәрҙе тыңлау фарыз. Скотч, изолента, махсус "япҡыс" бара.
...Тә-әк, эшләнек был эште.
Бөгөн зарарлы вирус программалары күп. Улар документты күсерергә, хәбәрҙәрҙе уҡырға, камера һәм микрофондарҙы ҡабыҙырға оҫта.
Гаджеттар үҙ хужаларын күҙәтеп кенә тора, ти. Кәрәк саҡта бөтә мәғлүмәтте тотошлайы менән "тейеш ергә" ебәрергә лә һәләтле.
"Әйтергә тура килә: хәҙер камера менән микрофонды ҡаплап ҡуйыу паранойя түгел, ә ҡағиҙә", - ти Роскачество етәксеһе урынбаҫары Илья Лоевский.
Йәмәғәт, белгестәрҙе тыңлайыҡ та, йәһәт кенә ноутбуктағы, телефондағы, комп-тағы әлегә тотонолмай торған нәмәләрҙе скотч менән булһа ла йәбештереп торайыҡ.