+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
АмаNet
28 Август 2019, 17:28

"Һеҙҙең анкетағыҙ юҡ", - ти быҙау

Архангель районында төҫө ҡыҙыҡ быҙау бар. Бәйләнештә селтәренең анкетағыҙ юҡ тигән аватарканы хәтерләтә.

Мин ул быҙауҙы күреү менән был бит "Бәйләнештә" социаль селтәренән һүрәт кеүек тип, шунда уҡ фотоға төшөрөп алдым. Был быҙау менән Архангель районының Оҙондар ауылында осраштыҡ.
Күҙ алдына килтерегеҙ, һеҙ уны төндә осраттығыҙ икән ти. Ҡот осор ине ул,шулаймы? Тап анау "Мажаралы бала саҡ" конкурсына ебәрелгән хаттағы кеүек.

Дуҫтар, ә һеҙ интернет доньяһындағы күргән һүрәттәрҙе минең кеүек ысынбарлыҡта осратҡанығыҙ бармы?

Фото: Рәзил Бикбулатов.

Интернеттағы аватарка.



Читайте нас: