Комментраийҙар ҙа кәсеп килтерә. Эш артыҡ ауыр түгел. Эш биреүсе ғәҙәттә өс төрлө комментарий талап итә: ыңғай, насар һәм нейтраль.
Бер коммент өсөн 2 һумдан 10 һумғаса аҡса түләүҙәре ихтимал. 2-4 юл йәки 150-300 знактар (пробел һаналмай).
Үткән һанда атап үткән Seosprint, Seo-fast, Profitcentr, Wmmail ресурстарҙан тыш Qcomment һәм Advego махсус биржаларында аҡса эшләү тәғдимдәре күберәк. Нимә һеҙҙән талап итәсәктәр? Үҙегеҙ уйлап тапҡан фәһемле фекер. ШӘП йәки ҺӘЙБӘТ тигән комментарийҙар һаналмайасаҡ. Шулай уҡ икенсе урындан алған текст та бармай, сөнки уникальность онлайн сервис text.ru аша тиҙ генә тикшерелә.
Шуға ла уйлап эшләгеҙ! Тәжрибәгеҙ менән бүлешһәгеҙ, нимә эшләгәнегәҙ, ниндәй ҡилем алғанығыҙ тураһында яҙһағыҙ шәп булыр ине. Шулай уҡ мәҡәлә буйынса кәрәкле һорау йәки кәңәш бирһәгеҙ ҙә кәҫеп килтерәсәк.
Qcomment системаһында сәғәтенә 50-100 һум аҡса эшләп була. Был сайтта тағы ла рейтинг бар. Юғары баҫҡыста булһағыҙ эш хаҡы ла тейешле була.
Ниндәй әйберҙәр бар һеҙҙә? Көнкүреш техника, мебель, паста, кремдар аҙыҡ-түлек. Көн дә ҡулланған әйберҙәрегеҙ хаҡында отзыв яҙып аҡса эшләгеҙ!
Бының өсөн махсус сайттарҙа теркәлеп отзывтар ҡалдырығыҙ. Яҙмағыҙ өсөн 2 һумдан 15 һумға хәтлем аҡса алып була. Иғтибар, 500 знактан күберәк булған отзывтар өсөн генә түләйҙәр. Шулай уҡ һеҙҙең отзывты кеше уҡығаны өсөн дә аҡса түләнә – 1 тиндән 10 тингәсә. 100 кеше уҡыһа кәмендә 1 һум түләнә инде. Ниндәй темалар ныҡ популяр? Сәйәхәт, ҡунаҡхана, кафе, көнкүреш техникаһы. Кешеләр булған нимәгә отзәв ҡалдыра былай: китаптар, уйындар, кино, ҡалалар, уҡыу йорттары һәм башҡалар.
Отзыв яҙыуҙың уңайлығы күп нимәнән азат булыуҙа. Нимә оҡшай, шул турала яҙаһың. Хаталы яҙһаң да берәү ҙә шелтәләмәй һәм хаҡты төшөрмәй.
Отзыв яҙып аҡса эшләй торған сайттар: IRecommend, Отзовик, TuTux
Отзыв яҙған саҡта ысын күңелдән ихлас булыу мотлаҡ. Конструктив, позитив, негатив булһынмы бөтәһелә рөхсәт ителә! Текстыҙыҙ абзацтарға бүленергә тейеш, үҙегеҙ төшөргән фото ҡуйығыҙ.
Иҫтә тотоғоҙ, һеҙҙең отзыв бер үҙе генә булмай. Өҫтәрәк торған отзыв күберәк байҡау һәм лайыҡтар аласаҡ. Иң-иңдәр рәтенә сығыу өсөн сайттарҙа дуҫтар йыйығыҙ, үҙ-ара лайыҡтар ҡуйырға саҡырығыҙ һәм подпискалар эшләгеҙ.
Элбиттә был ике ысул менән күп аҡса эшләп булмай, ләкин хобби аҡса килтерһә бик шәп!
Рәзил Бикбулатов әҙерләне.