-22 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
АмаNet
18 Октябрь 2019, 11:25

Аналог тапшырыу туҡтатылды, ләкин ирекмәндәр әүҙем эшләй

Аналог тапшырыуҙарынан һанлы форматтағы эфирға күсеүҙе телевизор ҡараусылар ҙур яңылыҡ итеп ҡабул итмәне, иҫке телевизорҙар менән ҡулланыусылар алдан приставкалар алып ҡуйғайнылар.

Уны ҡуйыуҙы тик оло йәштәгеләр генә белмәй. Инвалидтарға, ҡарт оло инәй- бабайҙарға волонтерҙар ярҙам итешә. Өфөнөң Дим районы ирекмәндәре бик әүҙем эшләй. Ике көндә 15-ләп заявка ҡабул ителгән. Ирекмән сифатында йөрөгән политехник колледж студенттары ярҙам кәрәккәндәргә тиҙ арала фатирҙарына барып, һанлы форматҡа тоташтырып бирә. Бөгөн улар Дим биҫтәһендә йәшәгән Шәмсүн менән Земфира Сөләймәновтарҙа булдылар. Ололар бер йыл элек антенна менән приставка алып ҡуйған. Әммә иҫке телевизорҙарына уны тоташтырырға белмәй. Ирекмәндәр был юлы уларға ярҙам итә алманы, сөнки приставканы телевизорға тоташтырырға ҡулайлама булмай сыҡты. Егеттәр бабайға ниндәй яйланма кәрәклеген күрһәтеп, яҙып бирҙеләр һәм бөгөн кистән үк заявка биреп ҡуйып, ирекмәндәрҙе иртәгә лә саҡырырға кәңәш иттеләр. Һанлы форматтағы телевидениены ҡабул итеү өсөн иҫке телевизорҙарға приставка, дециметрлы йәки күп тулҡынлы антенна кәрәк. Был ҡоролмаларҙы урынлаштырғанда йорттоң телебашнянан йыраҡ урынлашыу- урынлашмауын, телетапшырғыстың ҡеүәтен, ландшафтты, түбәндә, бейектә йәшәүҙе, тәҙрәләрҙең ҡайһы яҡҡа ҡарауын да иҫәпкә алырға кәрәк.

Фото: Ю. Кәримов.