-22 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
АмаNet
26 Октябрь 2019, 13:49

Йәш балалар өсөн башҡортса мобиль ҡушымта сығасаҡ!

Тиҙҙән "Әлифба тип аталған башҡортса яңы мобиль ҡушымта сығасаҡ.

Бөгөн 1 йәшлек бәпес тә, смартфон экранына төртөп, өләсәһенә шылтырата ала, шулай бит? Яңы заман балалары технологияларҙы белеп тыуа! Шуға күрә смартфонда файҙалы ҡушымталар күберәк булырға тейеш.юҡһа, улар теләһә нимә уйнап ваҡыт уҙғара.


"Әлифба" ҡушымтаһы күңелле һәм ҡыҙыҡ, уны BALALAR проекты тәҡдим итә. Ҡушымта ярҙамында:


*Йәнлектәрҙең башҡортса атамаһын өйрәнергә;


*Хәрефтәрҙе ҡабатларға;


*Һәр хәрефте күләгәһенә тура килтерергә мөмкин, был мейене бик шәп эшләтә.


Яңылыҡтарҙы белеп барыр өсөн BALALAR төркөмөнә яҙылығыҙ, ти ойоштороусылар.

Фото: vk.com.