Порталдарға инеү ирекле булған, алдан теркәлеү һәм пароль талап ителмәгән, теләгән һәр кем ошо мәғлүмәт сайттарының йөкмәткеһе менән таныша алған. «Мәғлүмәт, мәғлүмәт технологиялары һәм мәғлүмәтте яҡлау тураһында» федераль закон енәйәт йәки административ яуаплылыҡ ҡаралған мәғлүмәт таратыуҙы тыя. Шуға бәйле район прокуроры интернет-сайттарҙағы мәғлүмәтте Рәсәй биләмәһендә таратыу тыйылған тип таныуҙы һәм уларҙы ябыуҙы һорап, судҡа мөрәжәғәт иткән.