-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
АмаNet
10 Ғинуар 2020, 13:29

Радий Хәбировтың «Бәйләнештә»ге сәхифәһе төбәк башлыҡтарының иң «йәнле» аккаунты тип танылды

«Ҡара куб» социаль инновациялар үҙәге Instagram, Facebook, «Бәйләнештә», Twitter һәм «Класташтар» социаль селтәрҙәрендә Рәсәй Федерацияһы субъекттары етәкселәренең аккаунттарын анализланы.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың аккаунты «лайктар» һәм комментарийҙар һаны буйынса Рәсәй төбәктәре етәкселәренең иң «йәнле» аккаунттары иҫәбенә инде.

«Ҡара куб» социаль инновациялар үҙәге Instagram, Facebook, «Бәйләнештә», Twitter һәм «Класташтар» социаль селтәрҙәрендә Рәсәй Федерацияһы субъекттары етәкселәренең аккаунттарын анализланы.

Инстаграмда иң «йәнле» аккаунт — Чечня башлығы Рамзан Ҡадыровтыҡы. Уның һәр яҙмаһы 30 мең лайк йыя һәм өс мең комментарийға саҡ-саҡ етмәй ҡала. Был да бөтә социаль селтәрҙәр өсөн абсолют рекорд булды.

Татарстан башлығы Рөстәм Миңлеханов (13 588 балл: 13 212 лайк, 188 комментарий), Хабаровск крайы губернаторы Сергей Фургал (12 165 балл: 11 301 лайк, 432 комментарий) һәм Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров (11 314 балл: 10 648 лайк, 333 комментарий) та Инстаграмда үҙҙәренең коллегаларын күпкә артта ҡалдырҙы.

«Бәйләнештә» беренсе урынды Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров алды – 2168 балл, йәки 1646 лайк һәм 261 комментарий.

Facebook һәм «Класташтар» социаль селтәрҙәрендә иң «йәнле» аккаунттар хужаһы — Орел өлкәһе губернаторы Андрей Клычков.

Твиттерҙа иң яҡшыһы тип Рамзан Ҡадиров танылды.

«Российская газета» хәбәр итеүенсә, тикшеренеүҙәр өсөн 2019 йылдың 26 декабренән 30-ына тиклем ил субъекттары етәкселәренең таҫмаларҙағы һуңғы яҙмалары файҙаланылды.

Башҡортостан башлығының «Бәйләнештә»ге аккаунтында 165 мең яҙылыусы бар. «Бәйләнештә» — республикала, айырыуса райондарҙа иң популяр социаль селтәр.

Читайте нас: