Ун бишкә яҡын аҡса эшләү ысулын мин беләм. Кеҫәбеҙҙә йөрөткән телефонды ла “эшкә егергә” була. Бының өсөн мобиль ҡушымталарҙы смарт- фонға күсереп ҡуйырға кәрәк булыр. Шулай уҡ смартфон социаль селтәрҙәрҙә, мобиль һораула- маларҙа, төбәү һорауҙарға яуап биреп, фото һәм видеолар ҡарап та аҡса эшләү мөмкинлеген бирә.
Мобиль ҡушымталар йыл да тулыланып тора. Google Play - 2.3 милли- ондан ашыу, App Store - 1.8 миллион самаһы ҡушымта тәҡдим итә. Статистикаға килгәндә, Рәсәйҙә бик күп кеше интернетта уйын уйнай икән.
Шуға ла мобиль ҡушымта етештереүселәр, үҙ-ара ярышып, яңынан- яңы уйындар эшләп кенә тора. Хатта ҙур IT компаниялар ҙа мобиль ҡушымталар етештереү яғына табан боролдо. Ни өсөн? Сөнки был эш бик килемле! Миҫал өсөн: «Clash of Clans» уйынын эшләп сығарған Supercell компанияһы 2015 йылда шул ҡушымта өсөн генә 964 миллион доллар килем алған. Ә Джоэль Комм ике көн эсендә iFart, (минең фекеремсә, мәғәнәһеҙ һәм берәүгә лә кәрәкмәгән мобиль ҡушымта) эшләп сығарған да, ике аҙна эсендә 100 мең доллар килем алған. Әлбиттә, программист булып мобиль ҡушымталар эшләп аҡса эшләү бик хуп, тик беҙҙең арала ундайҙар күп түгел, тип уйлайым. Шуға беҙ смартфон ҡулланыусыларға интернет аша аҡса эшләү серҙәрен сисмәксебеҙ.
Иң тәүҙә мобиль ҡушымтаны телефонығыҙға интернеттан күсереп алып ҡуйырға кәрәк. Google Play йәки App Store аша ғына эшләргә кәрәк. Сөнки улар - мобиль ҡушымталар, йәки программалар һатыу буйынса рәсми интернет магазиндар. Ҡушымта ҡуйылғас, унда теркәлергә һәм унда һеҙҙең кеҫә телефонығыҙҙың номерын күрһәтергә кәрәк.
Эштәр төрлө була: рекламаға баҫыу, видео ҡарау, ҡушымталар ҡуйыу һ.б. Эштең ауырлығына ҡарап, түләүе лә төрлө - бер тиндән 20 һумға тиклем аҡса эшләү мөмкинлеге бар. Иң популяры һәм килемлеһе - ул мобиль ҡушымталарҙы телефонығыҙға күсереп ҡуйыу. Ләкин был осраҡта телефонда урын етерлек булырға тейеш. 10 мобиль ҡушымта ҡуйыу өсөн телефонда 200-500 Мб урын кәрәк буласаҡ. Ә эшләп алған аҡсаны үҙегеҙҙең электрон тоҡсайға күсерергә кәрәк.
Кемгә бындай эш тап килә? Уҡыусыға, талипҡа, пенсионерға, бала ҡараған әсәгә, йәки атайға. Бер урынға ла бәйле булмағанлығы менән уңайлы был эш. Автобуста бараһыңмы, әллә сиратта тораһыңмы, интернетлы смартфон булһа - шул етә. Эш шул хәтлем ябай ғына.
Шулай ҙа бер йоморо баш минән былай тип һораны: ә нишләп уның өсөн аҡса түләйҙәр һуң? Google Play йәки App Store популяр булһын өсөн! Популяр булһаң, күп кеше һинең мобиль ҡушымтаңды үҙенең телефонына ҡуя. Күптәр ҡуйһа, программаны булдырыусы күберәк аҡса эшләйәсәк. Мәҫәлән: “Заработок денег” тип яҙһаң, бик күп тәҡдимдәр килеп сыға. Шулар араһынан үҙегеҙҙең күңелгә ятҡанын смартфонығыҙға ҡуйып, аҡса эшләй башлай алаһығыҙ.
Мобиль уйындар аша
аҡса эшләү
Кем генә компьютер уйынын яратмай икән? Ә һеҙ беләһегеҙме, уйындар аша аҡса эшләп тә була? Бына ниндәй ысулдар бар:
Иҡтисади браузерлы уйындарҙа аҡса эшләү;
Онлайн-уйындар аша аҡса эшләү;
Стримдар һәм видеороликтар аша аҡса эшләү;
Уҡытыу (тәжрибәле уйынсы булараҡ);
Уйындар тураһында мәҡәләләр яҙыу ысулы.
Аҡса эшләй торған популяр ресурстар: