Копирайтинг – ул рекламаның йәки презентацияның тексын яҙыу, ә яҙыусыһы – копирайтер. Тик копирайт менән бутамағыҙ! Рерайтинг – ул материалдарҙы эшкәртеп яҙыу тигәнде аңлата. Ә тексты алып, уны үҙеңсә үҙгәртеп яҙыусы – рерайтер була. Бына ошо ысулдар менән дә интернетта аҡса эшләп була. Etxt – текстар биржаһында төрлө эштәр табып була. Күптәр белмәй: букстар аша текстар яҙып, хаҡтың яртыһынан да аҙын ала. Мәҫәлән: бер танышым ике сәғәт буйына Word программаһында бер табаҡ бит текст яҙып биргән дә 36 һум ғына алған. Шуға тура
www.etxt.ru/ сайтына сыҡһағыҙ, эшегеҙгә күберәк түләйәсәктәр. Сөнки был платформала эш биреүсе менән эш алыусы туранан-тура эшләй. Текст яҙыу өсөн профессиональ журналист, йәки филолог булыу кәрәкмәй. Заказдар бында күп, шуға күрә үҙеңә оҡшаған теманы алырға була. Мин автомобилдәр, компьютер технологиялары, төҙөлөш эштәрен яратам. Шуға ла был темаларҙы эҙләп табам да заказдар алам. Маникюр темаһын бөтөнләй белмәгәс уға яҡын да бармайым. Шуға ла үҙегеҙ белгән теманы һайлағыҙ! Был осраҡта дуҫығыҙға белмәгән нәмәһен аңлатҡан кеүек яҙырға кәрәк. Һөйләгән һымаҡ, тик текст аша була инде. Фәлсәфәүи тексты интернет ҡулланыусы аңлап етмәҫ. Копирайтинг биржалары интернетта бихисап. Шуға ла беҙ һеҙгә бер нисәүһенең теҙмәһен бирәбеҙ: