+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
АмаNet
16 Март 2020, 21:23

Нисек интернетта аҡса эшләргә? – 6

Бөгөн телевидениеның реклама бизнесын интернет селтәре тартып ала башланы. Тимәк, бөгөн интернетта аҡса эшләү мөмкинлектәре арта.

Сәхифәләр аша аҡса эшләү ысулдары
Күптәрегеҙҙең социаль селтәрҙәге сәхифәләрҙе күңел асыу, үҙегеҙҙе күрһәтеү, ваҡыт үткәреү өсөн генә асыуығыҙ билдәле. Бәйләнештә, Синыфташтар, Фейсбук, Инстаграм һәм башҡа социаль селтәрҙәрҙә күңел асыу, бушҡа ваҡыт үткәреүҙән тыш, аҡса ла эшләп була. Уның бер нисә ысулы бар.
Социаль селтәрҙәрҙә “оҡшай” (“мне нравится”), “уртаҡлашырға” (“поделиться”) һәм “яҙылыу” (“подписки”) төймәләре бар. Был төймәләр ярҙамында кешеләр төркөмдөң, берләшмәнең, йәки кешенең популярлығын күтәрә һәм реклама ярҙамында аҡса эшләргә юл аса. Тик ысынында сәхифәләргә дуҫтар йыйыу – ныҡ оҙаҡ һәм ауыр эш. Шуға ла ҡайһы бер кешеләр һәм компаниялар сәхифәләренә “оҡшай”, “уртаҡлашырға” һәм “яҙылыу”ҙы аҡса түләп тә йыйҙыра. Ә беҙгә иһә уны файҙаланырға ғына ҡала.
Сәхифәгеҙҙә үҙегеҙҙең фотоғыҙ һәм дуҫтарығыҙ менән төшкән фотолар ҙа булыуы мотлаҡ. Бәйләнештә, Facebook, Instagram, Синыфташтар, YouTube селтәрендәге сәхифәгеҙ менән махсус сервислы, йәки букстар сайтында теркәлергә кәрәк була. Социаль селтәрҙә күп ваҡыт үткәреү оҡшай икән – һеҙ администратор, йәки модератор була алаһығыҙ: эшегеҙ – текст яҙыу, һүрәт/фото, видео ҡуйыу. Ғәҙәттә, көнөнә 3–5 пост ҡуйыу талап ителә. Шулай уҡ яҙылыусылар менән аралашыу һәм спамдарҙы таҙартыу ҙа – һеҙҙең эш. Эше ауыр түгел, көнөнә 1–2 сәғәт кенә ваҡытығыҙҙы ала, ә тема оҡшаһа, ҡәнәғәтлек тә килтерәсәк. Эш хаҡы төрлөсә була: уртаса 1000 һумдан алып 5000 һумғаса.
Эште нисек табырға? Беренсе ысул: эҙләү системаһы аша «Администратор соцсетей», «Администратор социальных сетей», «Администратор Instagram», «Администратор Вконтакте» тип яҙып, табып була. Икенсе ысул: фриланс биржалары аша: fl.ru, weblancer, work-zilla. Өсөнсөнән, төрлө социаль селтәрҙәрҙең ҙур берләшмәләре етәкселәренә туранан-тура мөрәжәғәт итергә лә була. Шулай уҡ, ҙур төркөмдәргә яҙылып, яңылыҡтар таҫмаһын байҡап тороп та табып була. Иң һуңғы ысул иһә – фрилансинг төркөмдәре аша социаль селтәрҙәрҙә алыҫтан тороп эшләү. Был төркөмдәрҙә эш тәҡдим иткән иғландар даими сығып тора.
Был эш матди сығым талап итмәй. Социаль селтәрҙәрҙә эшләй белгән кешеләр өсөн ҡулай. Кемдең өйрәнгеһе килә – үҙегеҙҙең аккаунтығыҙҙа башлап ҡарарға мөмкин.
Сәхифәгеҙҙе һатып та ебәрә алаһығыҙ
Интернетта сәхифә (аккаунт) һатыу биржалары ла бар. Ғәҙәттә, күп “дуҫтар” йыйған сәхифәне һатып алалар, ләкин ҡайһы саҡ ябайҙарын да алған осраҡтар була. Әммә реалист булайыҡ: 120 дуҫы һәм 6–8 публикациялы сәхифәне берәү ҙә алмаясаҡ, сөнки һатып алыусыға һеҙҙең сәхифәгеҙ аҡса эшләр өсөн кәрәк бит. Күп яҙылыусылары (подписчиктары) булған сәхифә аша ғына нимәнелер уңышлы һатып, йәки рекламалап, һәйбәт күләмдәге табыш алырға була.
Рәзил БИКБУЛАТОВ әҙерләне.
Читайте нас: