+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
АмаNet
27 Март 2020, 20:09

Нисек интернетта аҡса эшләргә? – 7

Фото төшөрөргә яратаһыңмы? Афарин! Тимәк, аҡса эшләй алаһың. Компьютер графикаһын белһәң, тағы ла яҡшыраҡ.

Төрлө һүрәттәр, мемдар, карикатуралар, логотиптар төшөрөп һәм шулай уҡ сәхифәләрҙәге берләшмәләрҙе биҙәп тә аҡса эшләп була. Әлбиттә, графика эшләр өсөн тәжрибә кәрәк. Графиканы блогерҙар һәм контент-менеджерҙар киң ҡуллана.
Реклама аша килем алыу
Был ысул – богерҙар араһында киң таралған популяр аҡса эшләү ысулы. Бәлки, иғтибар иткәнегеҙ барҙыр: социаль селтәрҙәрҙә күп “лайк” йыйған топ-постар һәм фотолар араһында реклама ҡуйыла. Уларҙың тематикаһы төрлө: балалар уйынсыҡтары, косметика, гаджеттар, кейем-һалым һәм башҡа әйберҙәр. Ҡарап тороуға ундай рекламалар асыҡтан-асыҡ әйберҙе һатып алырға саҡырмай ҙа кеүек. Мәҫәлән, блогер бер кейем кейеп төшкән фотоһын ҡуя ла: “Мин был кейемде шул магазинда алдым” – ти. Ә шулай ҙа бындай йәшерен реклама бик яҡшы эшләй. Белгестәр билдәләүенсә, әгәр һинең “Инстаграм”дағы сәхифәңдә 5–10 мең яҙылыусың булһа, айына уртаса 20 мең һумлыҡ килемгә өмөт итеп була. Шуны күҙ уңында тоторға кәрәк: яҙылыусыларҙың һаны түгел, ә сифаты мөһим. Рекламаны бер мең яҙылыусың булһа ла һатып була. Бер яҙылыусы өсөн 1–3 һум түләргә әҙер компаниялар ҙа бар. Шулай уҡ үҙегеҙҙең сәхифәгеҙҙә ситтән башҡа кешеләрҙең рекламаларын ҡуйып та аҡса эшләргә мөмкин. Әгәр һеҙҙең сәхифәгеҙҙә яҙылыусылар күп булһа, реклама биреүселәр үҙҙәре үк бындай тәҡдим менән мөрәжәғәт итеүе ихтимал. Шулай уҡ махсус биржаларҙың ярҙамына таянып була.
Бына улар:
Epicstars – реклама селтәренең иң популяр һәм ышаныслы биржаһы. Ҙур етешһеҙлеге лә бар – уңышлы килешеүҙең комиссияһы 30 процентҡа хәтлем барып етеүе ихтимал.
Adstamer – “Epicstars”ҙың төп конкуренты. Биржа күп йылдар уңышлы эш алып бара. Килешеүҙең тик 10 процент ҡына өлөшөн үҙенә ала, ә ҡалғаны – һинеке. Шуныһы уңайлы: бында рекламаны ҡуйғанда үҙаллы баҫыу төймәһе эшләй (автопостинг).
Plibber – был биржа рекламаны “Инстаграм”, “Бәйләнештә”, “Синыфташтар”, “Facebook” сәхифәләрендә ҡуйған өсөн аҡса түләй. Килешеүҙән 15 процент ала. Алған килемде тик “WebMoney” түләү системаһы аша ғына сығарып була.
Партнерлыҡ аша аҡса эшләү
Был ысулды ҡулланғанда һеҙгә реклама өсөн түгел, ә яҙылыусыларығыҙ өсөн генә түләйҙәр. Мәҫәлән, һеҙ Интернет аша берәй кейем һатып алып, фотоһын үҙегеҙҙең сәхифәгеҙгә ҡуйҙығыҙ икән, ти. Дуҫтарығыҙ араһынан кемделер был әйбер ҡыҙыҡһындырһа, һеҙ уға Интернет-магазиндың һылтанмаһын ебәрә алаһығыҙ. Әгәр ҙә ул да, ошо һылтанма буйынса инеп, берәй әйбер һатып ала икән, һеҙгә бының өсөн Интернет-магазин аҡса түләй.
Тауар һатыу
Тауарҙы, интернет-магазиндан тыш, социаль селтәрҙәр аша ла һатып була. “Бәйләнештә”, “Синыфташтар” һәм “Facebook” сайттарында бының
өсөн махсус функциялар ҙа бар. Электрон витрина эшләргә, тауарҙар каталогын һәм хаҡтарын да күрһәтергә мөмкин. Хәйер, йыш осраҡта махсус каталог эшләп тороуҙың хәжәте юҡ. Даими рәүештә фотолар һәм постар ҡуйып, үҙегеҙҙең сәхифәгеҙҙе “йәнле” итеп алып барһағыҙ, унда үҙегеҙ эшләгән ҡул эштәренең фотоларын рекламалап та була. Минең бер танышым шулай итеп бәйләм бәйләп һата. Әйберҙән тыш, бухгалтер, юрист һәм башҡа төрлө хеҙмәт тәр менән дә аҡса эшләп була. Бер уҡыусы баланы беләм. Ул үҙенең сәхифәһендә мәктәптә бирелгән өйгә эштәрҙе эшләйем, тип, реклама ҡуйып алған һәм был шөғөл уға бер ни тиклем килем килтерә.
Булыр бала йүргәктән инде!
Рәзил БИКБУЛАТОВ әҙерләне.
Башҡа дәрестәрҙе һеҙ ошо һылтанма аша үтеп таныша алаһығыҙ https://amanat.rbsmi.ru/articles/amanet/
Читайте нас: