+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
АмаNet
7 Июль 2020, 18:33

Мәғлүмәти технологияларҙы ҡулланныусы енәйәтселәр күбәйгән

Башҡортостанда 2020-се йылдын дүрт айы эсендә үткән йылғы менән сағыштырғанда бындай енәйәттәр 139 процентҡа артҡан.

Бындай енәйәттәр 2019 йылдың беренсе дүрт айында – 1722 булһа, быйылғы шул уҡ осорҙа 4119-ға еткән.
Киберенәйәтселәр үҙҙәрен банк хеҙмәткәре, социаль яҡлау хеҙмәте эшсеһе тип кешеләрҙең персональ банк картаһы йәки счеты тураһындағын мәғлүмәтен алдап аҡсаһын урлайҙар. Был ҡараҡтарҙын ҡара эштәренә күбеһенсә өлкән йәштәге кешеләр һәм үҫмерҙәр ышаналар.
Ошо сәбәпле прокуратура хеҙмәте граждандар менән актив эш алып баралар. Прокуратураның сайтында ла, киң мәғлүмәт саралары аша, шулай уҡ памяткалар ҙа таратып эш алып баралар.
Бергәләп кибермошенниктарға ҡаршы торайыҡ!
фото: Маяк
Читайте нас: