-23 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
АмаNet
27 Июль 2020, 18:05

Ысын башҡорт балын һатып алырға мөмкин булған мобиль ҡушымта әҙерләгәндәр

Стәрлетамаҡ программистары әҙерләгән «Башҡорт бал ҡорто» ҡушымтаһы ялған бал һатып алмаҫҡа ярҙам итә.

Әлеге көндә Рәсәйҙә 250 мең тонна самаһы башҡорт балы һатыла, ә республикала, рәсми мәғлүмәттәр буйынса, 5-6 тонна етештерелә. Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы программистары әҙерләгән «Башҡорт бал ҡорто» ҡушымтаһы ялған бал һатып алмаҫҡа ярҙам итә.
Платформала Башҡортостандың экологик яҡтан таҙа урындарында умарталыҡ тотҡан умартасылар ғына теркәлә ала. Әле сервиста алты райондан: Бөрйәндән, Ғафуриҙан, Иглиндән, Ишембайҙан, Күгәрсендән, Мәләүездән умартасылар теркәлгән. Ҡушымтала умартасының видеовизиткаһын ҡарарға һәм уның продукцияһы менән танышырға була. Продукцияны тәмләп ҡарау өсөн «Тәм палитраһы» палеткаһына заказ биреү мөмкинлеге бар. Ҡушымта һатып алыусы менән курьер хеҙмәттәре араһында бәйләнеш булдыра – заказды өйгә килтереп бирәләр.
«Башҡорт бал ҡорто»н Play Market, App Store ҡушымталары магазиндарында, башкорт.рф сайтында күсереп алырға була.
Читайте нас в