-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
АмаNet
7 Сентябрь 2020, 10:05

Башҡорт әкиәттәре – телефондарҙа

Үткән һандарҙа беҙ башҡортса ҡушымталар тураһында бер яҙып сыҡҡайныҡ. Туған телде өйрәнеүҙе үҫтереүгә йүнәлтелгән заманса алымдар ҡулланыусылар тарафынан бик йылы ҡабул ителде. Ә бит уларҙы эшләү, Интернет киңлегенә сығарыу өсөн күпме белем, ваҡыт һәм сыҙамлыҡ кәрәк!

Бөгөн беҙ һеҙгә “Башҡорт телендә әкиәттәр” ҡушымтаһы авторы Мөнир Йәрмөхәмәтов менән әңгәмәне тәҡдим итәбеҙ. Әйткәндәй, был ҡушымтаны һеҙ, ошо һылтанма аша инеп, телефондарығыҙға күсереп ала алаһығыҙ.
Мөнир ағай сығышы менән – Йылайыр районы Матрай ауылынан. Әлеге ваҡытта Өфө районының Чесноковка ҡасабаһында йәшәй. Данир һәм Айнур исемле шәп малайҙарға атай ул.
– Мөнир ағай, һеҙ – һөнәрегеҙ буйынса программистмы?
– Мин себер тарафтарында контроль–үлсәү приборҙары һәм автоматизация буйынса инженер, өлкән мастер булып эшләгәйнем. Тыуған республикама ҡайтып, баш ҡалала төпләнеүемә хәҙер инде 5 йылға яҡын. Был эшемдә лә автоматизацияла программалау ҡаралған, тик ул икенсерәк.
– Тимәк, һеҙҙең төп эшегеҙ – телефондарға программа яҙыу түгел?
– Юҡ. Андроид операция системаһы өсөн программалар яҙыу – ул минең хоббийым ғына. Эштән буш сағымда ҡушымталар яҙам.
– “Башҡорт телендә әкиәттәр” ҡушымтаһын уйлап табыу тарихы турһында һөйләп үтегеҙ әле?
– Уландарым заманса смартфон һәм планшеттар менән булышҡас, башҡорт әкиәттәре ҡушымтаһы уларға ҡуйып бирәм тиһәм, Интернеттан берәүһен дә таба алманым. Башыма “Әһә, тимәк, уны үҙем дә эшләй алам бит” тигән уй килде, ләкин ул фекерем маҡсатҡа әүерелмәгән ине әле.
Быйыл йәй БСТ каналында башҡорт телендә ҡушымталар тураһында тапшырыу булды, унда тапшырыуҙы алып барыусы Наил Юнысов башҡорт әкиәттәрен ҡасан эшләйһегеҙ тигән һорау биргән ине, берәү ҙә яуап бирмәне, ә мин уны ишеттем һәм ул ҡушымта башҡаларға ла кәрәк тигән фекергә килдем. Иртәһенә үк эшкә тотондом. Көн дә кисен, эштән ҡайтҡас, йә ял көндәрендә программа кодын яҙҙым, тексты тултырҙым. Һүрәттәрҙе лә үҙем эшләп ҡараным, әммә булдыра алманым. Бик күп тырышҡандан һуң, таныштарыма мөрәжәғәт итеп ҡараным, ләкин улар араһынан да ярҙам итерҙәй рәссам булмағас, Интернет селтәрҙәрендә иғлан биргән бер нисә иллюстраторға: “Башҡортса беләһегеҙме?” – тип һорап яҙып ебәрҙем. Берәүһе генә башҡортса аңлаған кеше булып сыҡты, уға нисә һүрәт кәрәклеген аңлаттым һәм әкиәттәрҙе ебәрҙем. Һүрәттәр әҙер булғас, кодты еренә еткерҙем һәм август аҙағында плей–маркетҡа элеп ҡуйҙым. Ҡушымтаны ҡулланыусылар күп булһа тағы бер нисә сығарылыш эшләрмен тип уйлайым.
– Программа яҙырға өйрәнер өсөн ҡайҙа уҡып сығырға була?
– Хәҙер программированиены үҙаллы өйрәнер өсөн Интернет селтәрҙәре һәм тырышлыҡ та етә. Әлбиттә, компьютер телен аңлау өсөн белем кәрәк. Программалар яҙыу өсөн мәктәптә уҡыған саҡта информатика дәресен төплө өйрәнергә, аҙаҡ берәй техник юғары уҡыу йортонда ошо юҫыҡта белем алыу кәрәк. Шул саҡта программист һөнәрен үҙләштерергә була.
– Мөнир ағай, ә Һеҙ бала саҡта кем булырға хыялланғайнығыҙ?
– Бала саҡта уҡ мин инженер булып эшләргә хыялландым. Ул ваҡытта ниндәй йүнәлештә инженер булырымды тоҫмалламай ҙа торғайным. Әммә, Аллаға шөкөр, хыялым тормошҡа ашты.
– “Аманат”ты уҡыусы ҡыҙҙарға һәм малайҙарға ниндәй теләктәр еткерер инегеҙ?
– Үҫеп килгән быуынға теләктәрем шул: башҡарған эштәрен яратып эшләһендәр, күберәк белем һәм һөнәр алырға тырышһындар.
– Рәхмәт, Мөнир ағай! Эштәрегеҙ уң булһын, тағы ла шәп башҡортса ҡушымталар көтөп ҡалабыҙ!
Миләүшә Байъегетова әңгәмәләште.
Читайте нас: