+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
АмаNet
15 Октябрь 2020, 17:07

Бөгөн бөтөн донъяла ҡул йыуыу көнө билдәләнә

Планеталағы 70-тән ашыу илдә 120 миллион самаһы бала һабын менән ҡулын... (дауамы - сайтта)

Уны Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Балалар фонды булдыра. Тәүге тапҡыр был сара 2008 йылда үтә. Ул саҡта планеталағы 70-тән ашыу илдә 120 миллион самаһы бала һабын менән ҡулын йыуа.
Ҡул йыуыу көнөнөң маҡсаты – халыҡҡа тағы бер тапҡыр гигиена талаптарын үтәүҙең мөһимлеген аңлатыу. Таҙа ҡулдар күп сирҙәрҙе, айырыуса әлеге мәлдә донъяны баҫып алған тажзәхмәт тигән мәкерле ауырыуҙан һаҡланырға ярҙам итә, ти табиптар.
Гигиенаның ябай ғына ҡағиҙәләрен иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, дуҫтар:
- Иң төп ҡағиҙә, әлбиттә – ҡулдарҙы һабын менән яҡшылап, көнөнә бер-нисә тапҡыр йыуырға. Дизинфекция сараһын ҡулланыу ҙа ярҙам итә;
- Йыуылмаған ҡулдар менән күҙгә, иренгә, танауға ҡағылмаҫҡа тырышығыҙ;
- Тажзәхмәт ваҡытында ҡул биреп күрешмәй генә, баш ҡағып сәләмләшеү ҙә етә;
- Эш өҫтәлдәрен, ишек тотҡаларын, телефондарҙы һәм техникаларҙы таҙартып торорға кәрәк.
- Йүткергән һәм сөскөргән кешенән кәм тигәндә бер метр йыраҡ тороу хәйерле. Сөнки вирус һауа-тамсы юлы менән күсә.
Читайте нас: