+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
АмаNet
28 Октябрь 2020, 18:22

Беҙ - "Аманат"лы балалар!

Беҙҙең 3-сө синыфта дүрт малай һәм бер ҡыҙ уҡый. Уҡытыусыбыҙ Фәниә Ғәйзулла ҡыҙы Раева ярҙамында... (дауамы - сайтта)

Беҙҙең 3-сө синыфта дүрт малай һәм бер ҡыҙ уҡый. Үҙ-ара бик татыубыҙ, берҙәм, шаянбыҙ. Уҡытыусыбыҙ Фәниә Ғәйзулла ҡыҙы Раева ярҙамында белем тауҙарынан тырышып-тырышып, үрләйбеҙ. Синыфыбыҙ менән төрлө ярыштарҙа, сараларҙа ҡатнашабыҙ, экскурсияларға, китапханаға йөрөргә лә яратабыҙ. Синыфта “Матур яҙыу”, “Иң күп китап уҡыусы” кеүек ярыштар ҙа йыш үткәрәбеҙ.
Ә быйыл беҙ бергәләшеп, “Аманат” журналына яҙылдыҡ. Журнал беҙгә бик оҡшай, “Мөғжизәле донъя”, “Тәбиғәткә – асыҡ тәҙрә”, “Билдәле шәхестәрҙең бала сағы” рубрикаларын, көләмәстәрен, шиғырҙарын, әкиәттәрен, хикәйәләрен уҡырға, кроссвордтарын сисергә яратабыҙ, дәрестәрҙә лә ҡулланабыҙ. “Аманат” журналы беҙҙе киләсәктә лә ошондай матур, фәһемле мәҡәләләре, хикәйәләре, төрлө рубрикалары менән ҡыуандырып тороуон теләйбеҙ.
Асҡар ЯМАНТАЕВ,
Баймаҡ районының
Мерәҫ мәктәбе уҡыусыһы.
Читайте нас: