+13 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
АмаNet
7 Март 2022, 12:00

Әсәй, мин вайнер булам!

Кемгә нисектер, мин “Инстаграм”дағы сәхифәмде күңел асыу өсөн генә инәм. Нисек, тиһегеҙме? Бер юлы унлаған вайнерға яҙылып ҡуйғанмын, шуларҙың видеоларын ҡарап, кәйефемде күтәрәм.

Әсәй, мин вайнер булам!
Әсәй, мин вайнер булам!

Кемгә нисектер, мин “Инстаграм”дағы сәхифәмде күңел асыу өсөн генә инәм. Нисек, тиһегеҙме? Бер юлы унлаған вайнерға яҙылып ҡуйғанмын, шуларҙың видеоларын ҡарап, кәйефемде күтәрәм.

Вайн тип  юморға ҡоролған ҡыҫҡа видеороликты атайҙар. Сама менән 20 секундтан алып бер минут тирәһе ваҡытҡа һуҙылған видеола кешенең етешһеҙлектәре йәки төрлө тормош ваҡиғаһы көлкөлө итеп күрһәтелә. Ә шул видеоны төшөрөп, монтажлап, үҙенең сәхифәһенә һалыусы блогерҙар вайнер тип атала. Бөгөн һеҙҙе бер нисә вайнер менән таныштырып үтмәксемен.

Һуңғы йылдарҙа вайндарҙың “хайп тулҡынын” эләктереп алған вайнерҙар араһында үҙебеҙҙең башҡорт йәштәрен дә осратырға була. Башҡортса вайндар буйынса рекордсмен тип, иң күп яҙылыусы туплағаны, моғайын, “Serle_102” сәхифәһен атарға булыр ине. Унда 40 меңдән ашыу яҙылыусы бар. Көн һайын бер нисә видео төшөрөп һалалар. Видеоларҙың ниндәй генә темаға арналғаны юҡ – һәр береһе тормошсан, ҡыҙыҡлы.

Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт академия театры актеры Фәнил Ҡарасуриндың “Инстаграм”дағы сәхифәһе – үҙе бер көлкө ояһы. Блогер Мәфтүха өләсәйҙең кәңәштәре, ейән менән өләсәйҙең ҡыҙыҡтары,  кейәү менән ҡәйнә мөнәсәбәттәре – ошо юҫыҡта үткер вайндар төшөрә егет.

Альбина Шәмсетдинованың вайндары апайҙарға, инәйҙәргә бик тә актуаль. Күршеләр, ҡатын-ҡыҙҙар араһындағы мөнәсәбәттәр тураһында тормошсан видеолар төшөрә ул.

Сәйәсәт темаһын сағылдырған бик үткер вайндары менән Фидан Ҡолмөхәммәтов (Кәкре Сүкеш) “Инстаграм” ҡулланыусыларының һөйөүен яуланы. Уның сәхифәһенә 25 мең самаһы кеше яҙылған.

Талиптар тормошо тураһында видеолар төшөрөүсе “БашСтудВайн сәхифәһендә 16 мең яҙылыусы бар. Вайндарҙы Ислам Төхвәтуллин, Илнур Ҡыямов, Тимур Мөхәмәтғәлиев һәм Артур Сәбиғийәров атлы егеттәр төшөрә. Төп тематика – уҡыу, каникул, талиптар, туғандар.

Вайнер булыу өсөн артыҡ көс тә кәрәкмәй. Сюжет уйлап табыуға фантазия ғына кәрәк. Видеоны смартфондың камераһына ла төшөрөп була. Унан телефонға “Vine” ҡушымтаһын ҡуйҙырып алырға һәм видеоларҙы үҙеңә кәрәккәнсә монтажларға кәрәк буласаҡ. Шуны күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ: кадрҙағы фонда артыҡ әйберҙәр, сит тауыштар булмаҫҡа тейеш, юғиһә, видеоның сифаты түбән буласаҡ.

Дуҫтар! Ә һеҙҙең арала вайндар төшөрөүселәр бармы? Булһа, беҙҙең “Бәйләнештә” сайтындағы төркөмгә видеоларығыҙҙы ебәрегеҙ. Иң ҡыҙыҡлы, осҡор вайндар беҙҙең рәсми сайтта ла донъя күрер, Алла бойорһа. Ни тиһәң дә, саф башҡортса төшөрөлгән вайндар телебеҙҙе үҫтереүҙә лә роль уйнай – уларҙы ҡараған кешенең телгә ҡарата ҡыҙыҡһыныуы арта.

Миләш Үтәғолова.

Автор:Миляуша Байзигитова
Читайте нас: