+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
АмаNet
1 Сентябрь 2022, 14:10

VPN сервистары нимә менән хәүефле?

Был сервистар анонимлыҡ һәм бикле сайттарға тиҙ инеү вәғәҙәләй. Ләкин йыш ҡына ҡулланыусыларҙың сикһеҙ ышаныс белдереүе шәхси мәғлүмәттәрҙе урлауға килтереүе мөмкин.

VPN сервистары нимә менән хәүефле?
VPN сервистары нимә менән хәүефле?

VPN нимәһе менән хәүефле? Был сервистар анонимлыҡ һәм бикле сайттарға тиҙ инеү вәғәҙәләй. Ләкин йыш ҡына ҡулланыусыларҙың сикһеҙ ышаныс белдереүе шәхси мәғлүмәттәрҙе урлауға килтереүе мөмкин.

Роскомнадзор мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәй донъяла VPN-сервистар күсереү буйынса икенсе урында тора. Июлдең тәүге өс аҙнаһында Рәсәйҙә VPN-сервистарҙы 12 миллион тапҡыр күсереп алғандар. Шәхси мәғлүмәттәрҙе урлау осраҡтары ла йышайған.

Мутлашыусылар ниндәй мәғлүмәт урлай һуң?
- шәхси мәғлүмәттәр (Ф.И.О.)
- банк картаһы номеры, паролдәр,
- электрон почта адресы, пароль, логин,
- компьютерҙың IP-адресы

Эксперттар иҫәпләүенсә, VPN-сервистар менән ҡулланыу хәүефле. Һәм мөмкин булғанса, Интернет ҡулланыусыларға уларҙың хеҙмәттәренән баш тартыу яҡшыраҡ.
Шулай ҙа һеҙҙең шәхси мәғлүмәттәрҙе законһыҙ ҡулланыуҙан зыян күрһәгеҙ, Һанлы мөхиттә граждандарға хоҡуҡи ярҙам күрһәтеү үҙәгенә мөрәжәғәт итегеҙ: https://02.rkn.gov.ru/p35492/

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: