Новосибирск дәүләт техник университеты студенттары смартфон өсөн экстрен хәлдәрҙә үҙен яҡларға ярҙам иткән чехол уйлап сығарған. Был хаҡта НГТУ сайтында хәбәр ителә.
Студенттар тышлыҡты 25 миллилитрлыҡ борос балонсығын өҫтәп үҙгәртә. Матдәнең һибелеү алыҫлығы бер метр тәшкил итә.
Авторҙар әйтеүенсә, бындай чехол донъяла юҡ. "Мобиль" хәүефһеҙлек системаһының төп өҫтөнлөктәре - ҡулланыу тиҙлеге һәм компактлылығы: ул иң бәләкәй сумкаға урынлаша, был теләһә ниндәй хәлдә һаҡланыу сараһына тиҙ һәм уңайлы инеүҙе тәьмин итә.
Киләсәктә уйлап табыусылар, пульверизаторҙың махсус боролмалы һаҡлау механизмын ҡушып һәм тышлыҡтың эргономикаһын яҡшыртып, чехолды камиллаштырырға ниәтләй.
Бынан алда Новосибирск студенттары робот-баҡсасы төҙөй.
фото: НГТУ НЭТИ