Донъялағы иң аҡыллы тауыҡ ояһын уйлап тапҡандар. Яһалма интеллект ярҙамында ул тауыҡтарҙың нимә теләүен белергә ярҙам итә. Микрофондар һәм камералар ярҙамында тауыҡтарҙың тәртибен күҙәтеүсе Albert Eggstein нейрон селтәре ҡоштарҙың тауыштарын анализлай һәм хужаның смартфонына аҙнаһына бер тапҡыр ентекле мәғлүмәт ебәрә. Шуға ҡарап, тауыҡтың асмы, бәхетлеме, борсоулымы икәнен аңларға мөмкин.
Аҡыллы кетәктә шулай уҡ бөтә периметр буйлап камералар урынлашҡан, уларҙан ҡоштарҙы дистанцион рәүештә күҙәтергә мөмкин. Аҡыллы ишектәре лә тауыҡтарҙы индереү һәм сығарыу өсөн үҙенән-үҙе асыла һәм ябыла. Ояла температураны көйләгән аҡыллы йылытыу системаһы ла эшләй.
Киләсәктә аҡыллы кетәк ярҙамында йорт хужаларына тауыҡтың ауырыуҙарын ваҡытында асыҡларға һәм дауаларға ярҙам итә торған һаулыҡ мониторингы системаһын да эшләргә ниәтләйҙәр.
Хаҡы — 186 000 һум тирәһе. Әлегә уны АҠШ-та ғына һатып алырға мөмкин. Әммә Рәсәйгә лә бер-ике йылдан ул яңылыҡ килеп етер ул, тип өмөтләнәбеҙ!