Hamster Kombat — әлеге көндә иң популяр «тыпылдатҡыс» (кликер). Ул – экранға баҫҡылау юлы менән виртуаль тәңкәләр эшләүҙән, йәғни майнлауҙан, торған уйын. Уйын барышында майнер уйынсы иҫәбенә Hamster Kombat $HMSTR тигән токен йыйыла.
Уйын ҡушымта аша hamster kombat bot телеграм-ботында уйнала. Telegram-каналда ғына ла проектҡа 31 миллиондан ашыу кеше ҡушылған. Донъяла бөтәһе 150 миллиондан ашыу кеше уйнай, тигән уйынды сығарыусылар.
Уйынды таратыу сараһын күрмәй тороп, был тиклем популярлыҡ алып булмай, әлбиттә. Март айынан бирле төрлө платформала күп блогерҙар уйынды рекламалай. Улар быны бушҡа эшләмәй бит инде. Тимәк, уйынды таратыусылар рекламаға күп аҡса түгә.
Hamster Kombat уйынын эшләүселәр уйынсыларға реаль аҡса вәғәҙә итә. $HMSTR криптовалютаһын криптобиржаларҙа листинглау (йәғни һатыу-һатып алыу исемлегенә индереү) 2024 йылдың июленә тәғәйенләнгән. Листинг үткәс тә йыйылған токендарҙы криптобиржаға күсереп, һатып ебәрергә була.
Әммә уйынды һәм токенды сығарыусылар аҡсаны рәсмиләштереп ҡулға алыу юлы тураһында әлегә бер һүҙ ҙә әйтмәгәндәр.
Күптән түгел Notcoin проекты шулай киң таралыу тапҡайны. Notcoin артында Телеграм һәм Павел Дуров тора.
Ә бына Hamster Kombat артында кем тора – был билдәһеҙ. Hamster инглизсәнән руссаға тәржемәләгәндә хомяк була, башҡортса уны ирлән тиербеҙ. Ирлән уйыны.
Ирлән уйынын кем сығарған?
Был һорау өҫтөндә бик күптәр баш ҡатыра. «Жаба и гадюка» тигән телеграм-канал раҫлауынса, бөтә донъяны баҫып алған Ирлән уйынын сығарыусыларҙың береһе – Рәсәй эшҡыуары 33 йәшлек Эдуард Гуринович.
Кем ул Эдуард Гуринович?
Санкт-Петербургта тыуып үҫкән Эдуард тәүге капиталын мәктәптә уҡығанда уҡ эшләй. 16 йәшендә "ВКонтакте" социаль селтәрендә сауҙа майҙансығы асып, "Зенит" футбол клубы фанаттары өсөн атрибуттар һата. Был эштән айына 30 мең һумға тиклем аҡса килеп тора. Тыуған ҡалаһында университет тамамлай. Студент сағында Ҡытайҙан тауар алып һатыу менән шөғөлләнә. 2013 йылда йәш эшҡыуарҙар бәйгеһендә Рәсәйҙә беренсе урынды ала. Мәскәүгә күсә. Оскар Хортманн тигән эшҡыуар менән CarPrice компанияһын асалар. Компания автомобилдәр һатыу буйынса Рәсәйҙә беренсе онлайн-аукционды ойоштора.
Артабан Эдурад автомобилде залог итеп бурысҡа аҡса биреү менән шөғөлләнгән CarMoney компанияһын аса.
2023 йылда Эдуард Гуринович менән Денис Кутергин «Основатели» тигән проектты башлай. Улар ютьюб-каналда Рәсәйҙең уңышлы эшҡыуарҙары менән подкастар үткәрә, уңыш серҙәрен һөйләтә.
Hamster Kombat уйынын кем сығарған, тигән һорауға яуапты эҙләй торғас, ошо көндәрҙә "Жаба и гадюка" каналы һорауға асыҡлыҡ индергәндәй булды. Баҡһаң, уйын иғлан ителерҙән ике ай элек уның өсөн hamsterkombat.com тигән өҫтәмә домен асылған. Ул Кипрҙағы Arenum ltd компанияһының электрон адресына теркәлгән. Ә компанияның акционерҙары – Эдуард Гуринович, Александр Зеленщиков һәм Александр Пасечник икән. Шулай итеп, Hamster Kombat уйыны Рәсәйҙә сыҡҡаны билдәле була.
Ирлән уйыны Telegram платформаһын да, уның TON блокчейнын да популярлаштыра. Apple менән Google ҡушымта магазиндарына ҡарағанда Telegram платформаһы күпкә ябай һәм уңайлы икәнен донъяға күрһәтә.
Hamster Kombat реклама аша көн һайын бер нисә миллион доллар эшләй. Унда бигерәк тә криптобиржалар үҙҙәрен рекламалай.
Дәүләт Думаһы депутаты иҫкәртә
Дәүләт думаһы депутаты Сергей Гаврилов модалы уйындары тураһында бына нимә ти. "Hamster Kombat кеүек уйындарҙа ҡулланыусылар яҡлаулы түгел. Закон күҙлегенән ҡарағанда, уйында законға ҡаршы бер ни ҙә юҡ, әлбиттә. Телефон экранына бармаҡ менән төртөп ултырыу-ултырмау – һеҙҙең шәхси эш. Шулай ҙа ҡулланыусылар өсөн бер аҙ хәүеф бар. Ошондай уйындарҙы уйнап байып буламы? Ихтималлыҡ бик бәләкәй. Виртуаль тәңкәләрҙе аҡсаға әйләндергән осраҡта, күптәр шәп тигәндә бер нисә йөҙ һум йә бер-ике мең һумға торошло хаҡ алыр", — ти Гаврилов "Новости" мәғлүмәт агентлығына биргән интервьюһында.
Депутат әйтеүенсә, бындай саралар Рәсәйҙең финанс ойошмаларының да, дәүләттең дә көйләүе аҫтанда түгел. Йәғни уйынсыларҙың финанс хәүефһеҙлеген бер кем дә ҡайғыртмай. Гаврилов ваҡытты «файҙалыраҡ нәмәгә» тотонорға кәңәш итә. Финанс пирамидаһына эләгеү хәүефенән иҫкәртә.