+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
АмаNet
4 Сентябрь , 12:12

Кешеләрҙе нимәләр ҡыҙыҡһындыра

Google Trends веб-схифәһе Интернет ҡулланыусыларҙың эҙләгестәр аша нимәләр эҙләгәнен өҙлөкһөҙ иҫәпләп, тикшереп тора. Унда донъяның 100-ләгән илендә, шул иҫәптән Рәсәйҙә популяр темалар ҡарала. Был сайтҡа инеп, мәҫәлән, бөгөн Рәсәйҙә йәки уның төбәктәрендә кешеләрҙең нимә эҙләгәнен ҡарау ҡыҙыҡ.

Кешеләрҙе нимәләр ҡыҙыҡһындыра
Кешеләрҙе нимәләр ҡыҙыҡһындыра

Мәҫәлән, 4 сентябрҙә төш алдынан иң популяр темаларҙың береһе “concord steam” булған. Һуңғы 24 сәғәттә уны тәүҙә Түбәнге Новгород өлкәһендә эҙләүселәр бик күп булған. Ә әлегә мәлдә Башҡортостан алда (100 балл). Уның артынса – Санкт-Петербург, Мәскәү, Волгоград өлкәһе, Мәскәү өлкәһе, ә Түбәнге Новгород өлкәһе 8-се урынға ҡалған.

Популярҙар араһында  актриса Джулианна Мур темаһы тора, ул Венеция кинофестивалендә кейгән тулыһынса алтын пайеткалар менән биҙәлгән күлдәге арҡаһында иғтибар үҙәгенә эләккән.

Йәнә тәүлегенә ярты сәғәт кенә йоҡлап йәшәргә өйрәнгән бер япон кешеһенә ҡыҙыҡһыныу ҙур.

ТНТ Яңы йылға шөһрәтле “Бриллиантовая рука”ның “Небриллиантовая рука” исемле ремейкын төшөрөүе билдәле булған. Был тема ла популярлыҡ алған.

Халыҡты Швеция короле менән уның ҡатыны принцесса София ғаиләһендә дүртенсе бала тыуырға тороу ваҡиғаһы ла ҡыҙыҡһындыра икән.

Рәссам Никас Сафроновтың 300 кг-лы улыЛуканың ябығыу темаһы кешене йәлеп итә. Рәссамдың төрлө ҡатындан алты улы бар. Иң билдәлеһе – Лука Затравкин. Ул стрестан һимергән, ябығырға теләге булмаған. Әммә үткән ял Питерҙа атаһының күргәҙмәһенә килеп, тамашасыларҙы шаҡ ҡатырған. Уны күргән кешеләр әйтеүенсә, Лука кәм тигәндә 150 килонан ҡотолған.

84 йәшлек үзбәк йырсыһы Бобомурод Хамдамовтың вафаты, Халыҡ-ара Бокс федерацияһы етәксеһе Умар Кремлевтың “Рольф” автомобиль һатыу холдингын һатып алыуы,  Кристина Асмус менән Гарик Харламовтың икәүләп уртаҡ ҡыҙын мәктәпкә оҙатыуы, хоккейсылар Павел менән Валерий Буреның атаһы үлеп ҡалыуы  кеүек ваҡиғалар иғтибар үҙәгенә сыҡҡан.

Фото: Google Trends веб-сәхифәһенән скриншот.

Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас: