Көн элгәре "Госуслуги" порталы Gmail почта сервисына бәйләнгән иҫәп яҙмалары булған ҡулланыусыларға почта адресын башҡа платформаларға күсереп, үҙгәртергә тәҡдим иткән белдереүҙәр ебәрә башланы.
Ҡулланыусыларға белдереүҙәрҙә, Google компанияһы яңы иҫәп яҙмаларын булдырыу өсөн СМС-билдәләүҙе ҡулланыуҙы сикләгәнлектән, портал был функцияның инде булдырылған иҫәп яҙмалары өсөн эшләүен дауам итеүенә гарантия бирә алмай, тип әйтелә. Был мөһим, сөнки клиенттар "Госуслуги"ға инеү өсөн теркәлгән @gmail.com почтаһына мөһим хәбәрҙәр һәм паролде тергеҙеү өсөн хаттар килә.
Электрон почта адресын ҡулланыусылар шәхси кабинет параметрҙарында яңы адрес биреп үҙгәртә ала. Тәҡдим ителгән вариант - Рәсәй компанияһының @xmail.ru сервисы. Ул "Госуслуги" менән интеграцияланған.
Фото: https://www.gosuslugi.ru/ сайтынан скрин