Әлеге үҫмерҙәрҙең телмәрендәге бик мо-
далы һүҙ – “блог” инглиз теленән “web log”
тигән һүҙҙән алынған һәм ул интернет-көн-
дәлек тигәнде аңлата. Интернет-көндәлек
алып барыу — блоггинг, уны алып барыусы
кеше блогер була.
Социаль селтәрҙәрҙә блогтар алып барыу
бөгөн — бик популяр эш. Шуларҙың киң та-
ралған төрҙәрен асыҡлайыҡ:
Шәхси блог. Иң киң таралган төр. Был
берәй танылған шәхестең йәки бер ябай ке-
шенең көндәлек тормошон сағылдырған блог:
нимә ашауы, ҡайҙа барыуы, нимәләр менән
ҡыҙыҡһыныуы, нисек йәшәүе тураһында.
Элек дәфтәрҙә шундай йәшерен генә көндәлек
алып баралар ине, хәҙер инде быны бөтөн ке-
шегә күрһәтеп эшләйҙәр.
Тематик блог. Бындай блог ниндәй ҙә булһа
темаға бағышланған була: мәҫәлән, ҡул эштәре,
ашарға бешереү, китаптар, бала үҫтереү, кейе-
неү, үҙ-үҙеңде ҡарау, сәйәхәт итеү, психология
тураһында блогтар һәм башҡалар.
Бизнес блог. Ниндәй ҙә булһа хеҙмәт йәки
тауар ярҙамында интернетта аҡса эшләү өсөн
яһалған блог.
Фәнни блог. Бындай блог, ғәҙәттә, берәй ға-
лим йәки белгес тарафынан алып барыла. Автор
бында үҙ өлкәһенә ҡағылышлы яңылыҡтарҙы,
шәхси күҙәтеүҙәрен, фекерҙәрен яҙып бара.
Мәҙәни блог. Әлеге төр мәҙәниәттең бер өл-
кәһенә (театр, кино, музыка, сәнғәт һ.б.) бағы-
шлана. Ошо өлкә яңылыҡтарын сағылдыра.
Белем биреү блогы. Бындай блогты уҡы-
тыусылар, юғары синыф уҡыусылары, сту-
денттарҙың алып барыуы мөмкин. Унда улар
үҙҙәренең уҡыу йәки уҡытыу программала-
ры, уңыштары менән бүлешә, ә яҙылыусыла-
ры өсөн был өлкәлә файҙалы мәғлүмәт тәҡдим
итеүе мөмкин.
Юғары технологияларға бағышланған
блог. Бында төрлө IT-технологиялар, яңы гад-
жеттар тураһында фекерҙәр булыуы мөмкин.
Блог-форум. Әлеге төр фекер алышыу, һо-
рауҙарға яуап алыу, үҙең белгән лайфхактар
менән бүлешеү өсөн ҡулайлы. Бында яҙылыу-
сылар араһында әңгәмә бара.
Яңылыҡлар блогы йәки паблик. Бындай
төр блогтар ҡала, ауыл, райондарҙа берәй тема
буйынса ойоша. Уны бер нисә кешенең алып
барыуы мөмкин. Бында төрлө хәбәрҙәр, ҡы-
ҙыҡлы яңылыҡтар оператив рәүештә ҡуйып
барыла.