+13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
АмаNet
6 Март , 10:48

Яһалма аң ярҙам итә

Киләсәккә һөнәр һайларға мәғлүмәтлелек ярҙам итә. Ниндәй тармаҡҡа тартылаһың, нимә һиңә оҡшай? Ниндәй һөнәр һайлаһаң, уңырһың?  Хәҙерге заманда яһалма аң киң ҡулланыуға инә бара. Башҡортостанда яһалма аңдың ниндәй файҙа килтереүе тураһында һөйләмәксебеҙ. Бәлки, уҡыусыларыбыҙҙа ҡыҙыҡһыныу уятыр.

Яһалма аң ярҙам итә
Яһалма аң ярҙам итә

Шулай итеп, яһалма аң:

Кешеләрҙе дауалаша

Республикала бына бер йыл самаһы инде ЯА компьютерға төшөрөлгән ағзаларҙы тикшерә. Кардиограмманы, ҡан баҫымын тәүлек буйы күҙәтә ала, томография, маммография, флюорография һүрәттәрен тикшереп һығымталар сығара. Шулар буйынса табиптар ауырыуға артабан ниндәй дауа кәрәклеген хәл итә. Яһалма аң табиптарҙың эшен йылдамлата. 100 рәсемде эшкәртеү өсөн табипҡа бер сәғәт кәрәк булһа, яһалма аңға 3 минут етә.

Янғындар һәм ташҡындар менән көрәшә

Урман янғындарын ваҡытында күреп алыу өсөн урмандарға нейроселтәргә тоташтырылған һәм әйләнеп, тирә-йүнде байҡап торған аҡыллы камералар ҡуйыла. Улар мөмкин тиклем бейеккә урынлаштырыла һәм 25 километрға тиклем аралыҡты контролдә тота. Янып киткән йә төтәгән урынды күреү менән хәбәр ебәрә. Ут сыҡҡас та, уны һүндереү сараһы күрелә. Был системаны ҡуйғас, урман янғындары майҙаны 40 тапҡырға кәмегән.

Яһалма аң ташҡын буйынса ла хәлде анализлап, кәрәкле мәғлүмәттәрҙе йыйып бара. Халыҡҡа хәүеф тыуған осраҡтарҙы хәбәр итә, шулай итеп, кешеләр ҡазаға тарып өлгөрмәҫ элек ҡотҡарыу ойошторола.

Көтөү көтә, бал ҡорттарын күҙәтә

Былтыр Рәсәйҙең Инновацияларға булышлыҡ итеү фонды яһалма аң ҡулланыуға ҡоролған өмөтлө проекттарҙы ҡарап, иң яҡшыларын грантҡа һайлап алған. Еңеүселәр араһында Башҡортостандан Виктор Фрейлин менән Диана Сафина ла була.

Фрейлиндың эше һыйыр малдарының ашауын-эсеүен, хәл-торошон, сәләмәтлеген контролдә тота, кәрәк икән – белгескә хәбәр ебәрә. Яңылыҡ фермаларҙа эште ҡулайлаштыра, сығымдарҙы кәметә.

Ә Диана Сафинаның проекты умартала бал ҡорттарының хәлен баһалай, режимды күҙәтә, умартасының күп төрлө мәшәҡәттәрен үҙе башҡара.

Төҙөүселәргә ярҙам итә

Яһалма аң әлегә кирбес һалып, йорт төҙөү кимәленә етмәгән, әммә документацияны эшләүҙә файҙаһы ҙур.

Мәҡәлә Башинформдың лонгридын файҙаланып әҙерләнде. Авторҙары лонгрид тексы буйынса нейроселтәрҙәрҙән йыр ҙа яҙҙырған.  Уныһын да тыңңлап ҡарағыҙ.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас: