+16 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10
АмаNet
10 Апрель , 21:18

“ТЕХНО-ИЖАД” йәш һәләттәрҙе аса

9 апрелдә Евразия үҙәге кампусында балалар һәм йәштәр ижады өлгөләренән торған “ТЕХНО-ИЖАД” асыҡ күргәҙмәһе  үтте. Ул Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең 100 йыллығына бағышланды. Был ҙур сараны ӨДНТУ-ның Йәштәр технопаркы ойошторҙо.

“ТЕХНО-ИЖАД” йәш һәләттәрҙе аса
“ТЕХНО-ИЖАД” йәш һәләттәрҙе аса

– Беҙҙең маҡсат – балаларҙа һәм йәштәрҙә проект-ҡулланма һәм техник ижадҡа ҡыҙыҡһыныу уятыу. Беҙ йәш таланттарҙы асырға, инновацион һәм ғилми-техник проекттар буйынса эштәрендә уларға таяныс булырға ынтылабыҙ. Ә бының өсөн белем биреү, һөнәри, ғилми, производство ойошмаларының һәм бизнестың тығыҙ хеҙмәттәшлеге өсөн шарттар булдырырға кәрәк, – тине ӨДНТУ-ның Йәштәр технопаркы директоры Флүр Шаһисолтанов.

Күргәҙмәлә мәктәптәр, лицейҙар, гимназиялар уҡыусылары, колледждар студенттары ҡатнашты. Айырыуса Өфө, Стәрлетамаҡ, Бәләбәй ҡалалары, Өфө районының йәш ижадсылары әүҙемлек күрһәтте.

Алты секцияла 70-тән ашыу проект ҡаралды. Эштәрҙе педагогтар, Өфө нефть-техник университетының уҡытыусылары һәм ғилми хеҙмәткәрҙәре баһаланы. Жюри рәйесе, ӨДНТУ-ның үҫеш программаһы етәксеһе Дмитрий Кузнецов балаларҙың бик яҡшы әҙерлекле булыуын билдәләне. ГК РОСТЕХ ПАО "ОДК-УМПО"

Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең производсто-уҡыу үҙәге директор урынбаҫары Наталия  Косьяненко секций «Техник конструкторлау» һәм «Производство технологиялары» секцияларында эшләгән уҡыусыларҙы айырып билдәләне.

Күргәҙмәлә ҡатнашыусыларҙың бөтәһенә лә  сертификат һәм ӨДНТУ-ның иҫтәлекле бүүләктәре тапшырылды.  Еңеүселәр һәм призерҙар  Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең приздары һәм дипломдары менән билдәләнде.  Евразия фән һәм технологиялар үҙәге дәртләндереү приздарын тапшырҙы. 

Күргәҙмәлә еңеүселәр:

  • Лежнев Константин – «Йорт оҫтаханаһы өсөн күп функциялы станок», В.А. Секин исемендәге 3-сө лицей, Стәрлетамаҡ ҡ.
  • Малышев Иван – «LAZER-Tech» ижади проекты», 31-се урта мәктәп, Стәрлетамаҡ ҡ.
  • Уляев Дамир – «Һыуҙа тикшеренеү аппараты», Н. Суханов исемендәге 33-сө мәктәп, Стәрлетамаҡ ҡ.
  • Ядыкина Дарья – «Ҡорамалы донъя: “Таң” кейем һәм аксессуарҙар йыйылмаһы», 5-се лицей, Өфө ҡ.
  • Йыһаншин Йәлил – «Асҡыстарҙы иҫәпкә алыуҙың RFID-лы һәм болот аналитикалы аҡыллы системаһы», РИЛИ, Өфө ҡ.
  • Идрисов Ибраһим – «Climasphere» биоклиматик комплексы», РИЛИ, Өфө ҡ.

Сығанаҡтар: 1, 2.

“ТЕХНО-ИЖАД” йәш һәләттәрҙе аса
“ТЕХНО-ИЖАД” йәш һәләттәрҙе аса
“ТЕХНО-ИЖАД” йәш һәләттәрҙе аса
“ТЕХНО-ИЖАД” йәш һәләттәрҙе аса
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас: