Был быуын ата-әсәһенән ниндәй бүләктәр көтә?
Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, Балаларҙы яҡлау көнө йә синыфты тамамлау уңайынан альфаларҙың 43 проценты ата-әсәһенән бүләккә аҡса, 37 проценты фатир һораған. 30 проценты – компьютер, ноутбук-фәлән, 24 проценты – машина, 15 проценты биҙәүестәр өмөт иткән. Һорашыуҙа Рәсәйҙә йәшәгән мең ярым ата-әсә ҡатнашҡан.
Матди донъяға өҫтөнлөк биреү көсәйә. Заманына күрә инде. Элекке быуын үҫмерҙәре һәм йәштәре берәй шәп китапты табып уҡырға, шәп киноға барып килергә хыялланһа, хәҙергеләр өсөн китап менән киноның баһаһы юҡҡа иҫәп, сөнки уҡырға теләк тыуған хәлдә лә, Интернетта бөтәһе лә бар, бөтәһе лә ҡул аҫтында, үрелеп ал ғына.
Фото: pixabay.