-2 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
АмаNet
17 Сентябрь , 10:30

Бөтә ил менән – Max ҡушымтаһына...

Сит ил мессенджерҙары беҙгә хәүефһеҙлек тәьмин итергә ашығып тормай. Глобаль селтәрҙә хәүефһеҙлек һәм мәғүмәттәрҙе һаҡлау өлкәһендә Рәсәй ҡануниәте талаптарын да иғтибарға алмайҙар. Шул арҡала рәсәйҙәргә интернет аша һәр төрлө уғрылар, аферистар, енәйәтселәр ябырыла. Үҙебеҙҙә закон күҙәтеүе аҫтында эш иткән мессенджерға ихтыяж йылдан-йыл арта барып, ниһайәт, быйыл беҙгә Max тигән милли мессенджерҙы тәҡдим иттеләр.

Бөтә ил менән – Max ҡушымтаһына...
Бөтә ил менән – Max ҡушымтаһына...

Уны VK компанияһы Ростех һәм Рәсәй Цифрлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы менән берлектә эшләгән. Мах ҡушымтаһын файҙалана башлағас, серверҙары Рәсәйҙә урынлашҡан, сит ил уғрылары ҡасан теләй шунда, кемгә теләй шуға инеп, рәхәтләнеп хужа булып, беҙҙе талап, кәмһетеп, алдап йөрөй алмаҫ тип ышанайыҡ.
Яңы мессенджерҙы тәнҡитләүселәр ҙә бар. Ҡайһы берәүҙәр уны Кореяның, Ҡытайҙың үҙәк контроле аҫтында булған киң таралған платформаларынан күсерелгән тип иҫәпләй. Беҙгә, ҡулланыусыларға, иһә иң мөһиме – мессенджер ышаныслы һәм уңайлы булһын.
Max-тың бета-версияһы 2025 йылдың мартында эшләй башланы. Max аша чаттарҙа аралашырға, шылтыратырға, тауышлы хәбәрҙәр ебәрергә, 4 гигабайтҡа тиклем файлдар ебәрергә була.
20-ләп төбәктә Max-ты апрелдә үк ата-әсәләр һәм уҡытыусылар һынап ҡараны. “Сферум” мәғариф платформаһы матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, ата-әсәләрҙең 80 проценты, уҡытыусыларҙың 65 проценты яңы ҡушымтаны оҡшатҡан, интерфейсын – уңайлы, хәүефһеҙлеген элекке платформаға ҡарағанда юғарыраҡ тип тапҡан.
Max-та ла мөмкинлектәр “Сферум”дағы кеүек үк буласаҡ, тип вәғәҙә итәләр. Мессенджер Дәүләт хеҙмәттәре менән бер экосистемаға инәсәк, шуға уҡыусыларға ла, ата-әсәләргә лә ныҡ уңайлы була. РФ Мәғариф министрлығы VK компанияһы менән берлектә “Сферум”ды Max-ҡа интеграциялау мәсьәләһен хәл итә.
Ватан программа тәьминәтенә бөтә дәүләт секторы күсәсәк: төбәк һәм муниципалитеттар структуралары, банктар, бюджет ойошмалары йәй аҙағына тиклем Max-ҡа күсеп бөтөргә тейеш ине. Сентябрҙән “Сферум”дағы мәктәп чаттары күпләп күсенә. Тәүгеләр булып Татарстан, Марий Иле, Алтай, ХМАО, Владимир һәм Тверь өлкәләренең уҡыусылары яңы ҡушымтала “йәшәй” башланы.
Дөйөм күсеш быйыл 1 ноябргә тамамланырға тейеш. Тәүҙә уҡыу йорттарының хакимиәттәре, шунан уҡытыусылар, ата-әсәләр һәм уҡыусылар донъяһына аяҡ баҫа.

Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас: